Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
13 Октябрь 2017, 12:43

ҺЫУ БУЙЫНА КИЛҺӘҢ ИНЕ, УЙҘАРЫМДЫ БЕЛҺӘҢ ИНЕ

Урал аръяғы райондарында «Таҙа Һаҡмар» акцияһы шаулап уҙып китте. Әйтергә кәрәк, сара сиктәрендә бик күп эштәр атҡарылды, данлыҡлы йылғабыҙ буйҙары таҙарып ҡалды. Акция яҙ үткәрелде. Йәй көнө йылғабыҙ тағы бысраны.

Урал аръяғы райондарында «Таҙа Һаҡмар» акцияһы шаулап уҙып китте. Әйтергә кәрәк, сара сиктәрендә бик күп эштәр атҡарылды, данлыҡлы йылғабыҙ буйҙары таҙарып ҡалды. Акция яҙ үткәрелде. Йәй көнө йылғабыҙ тағы бысраны.
Беҙҙең Йылайыр районы Юлдыбай ауылының яңы күпере аҫтына таш ауҙарып йылғаның ағышын үҙгәртеп ебәрҙеләр. Яҙын яр буйҙарындағы ҡом, тупраҡ йыуылып, йылдан-йыл һыу төпкәрәк үтеп инеп, ағастарҙы тамырҙарынан йолҡоп ҡолата. Әле бында күп кенә тирәктәрҙең тамырҙары күренеп ултыра, әллә күпмеһе йығылып ағып та китте. Йәй буйы йылға буйҙарында ял итеүселәр машиналарын йыуа, уларҙан һуң өйөм-өйөм сүп-сар ятып ҡала. Күперҙән урап йөрөүҙе мәшәҡәт күреүселәр йөк тейәгән тракторҙары, машиналары менән йылға аша тура тартырға ла оялмай. Ауыл халҡы ла һабын-порошоктарын күпертеп бысраҡ керҙәрен йыуырға әүәҫ. Бындай күңелһеҙ күренештәр һыу эскән үҙ ҡоҙоғоңа төкөрөүгә бәрәбәр түгелме һуң? Бензинлы, кәрәсинле, һабынлы һыуҙа балыҡ түгел, баҡа ла юҡ. Балыҡтың булғанын да иртә яҙҙан ау менән һөҙөп бөтәләр. Ауыл кешеләре нимә кәрәк булһа ла йылға ярына ашыға. Ташын сүпләп алалар, ҡом-ҡырсынташын машиналап ташыйҙар. Исмаһам, бала-сағалар һыу ингән урындың ярҙарын соҡомаһындар ине.
Быйылғы Экология йылынан күпте көткәйнем, акция үтеп китеү менән барыһы ла онотолған кеүек. Бындай өмәләрҙе яҙ сыҡҡас түгел, көҙ көнө уҙғарып, тыныс күңел менән ҡышҡа инһәк, күпкә отошлораҡ булыр ине. Сөнки ҡар һыуҙары ла, ташҡын да юлындағы барлыҡ бысраҡты ағыҙып алып китә. Тәбиғәтебеҙҙе аяуһыҙ талауҙы, ҡырыуҙы, бысратыуҙы туҡтатайыҡ. Киләһе быуынға ер-һыуҙарыбыҙҙы бар хозурлығы, байлығы, сафлығы менән ҡалдырайыҡ!
Венера Байсыуаҡова.
Йылайыр районы Юлдыбай ауылы.
Читайте нас: