Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
13 Октябрь 2017, 12:46

БЕҘ УЛТЫРТҠАН МИЛӘШ...

Һәр белем усағының үҙ йолалары бар. Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбендә иһә йыл һайын 1-се класҡа уҡырға килеүселәр ағас ултырта.

Һәр белем усағының үҙ йолалары бар. Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбендә иһә йыл һайын 1-се класҡа уҡырға килеүселәр ағас ултырта.
Быға тиклем акция белем усағы биләмәһендә генә үткәрелһә, быйыл «1-се кластар аллеяһы» Чайковский урамындағы балалар дауаханаһы, «Тәҡүә» мәсете янында барлыҡҡа килде. Мәктәп етәкселеге ҡаланың торлаҡ коммуналь-хужалыҡ идаралығы, Балалар биология-экология үҙәге менән берлектә бында 100-ҙән ашыу үҫенте ултыртты.
—1-се «А» башҡорт класында 27 бала уҡый. Шуларҙың һәр береһе ата-әсәһе, хатта өләсәй-ҡартатайҙары менән килеп, бөгөнгө сарала әүҙем ҡатнашты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы эшселәре ағас-ҡыуаҡтарға шунда уҡ һыу ҡойоп, бәләкәй рәшәткәләр менән уратып та китте,—ти 12-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлфирә Әхмәт ҡыҙы Яфарова.
1-се «Д» класы уҡыусыһы Айгизә Ҡужинаға миләште әсәһе менән атаһы (һүрәттә) ултыртышты. 1-се «Г» класынан Регина Шаһиғәлинаға ата-әсәһенән тыш, ҡустыһы Даниэль дә ихлас ярҙам итте. 1-се «Д»-нан Динислам Мозафаров әсәһе Анастасия Михайловна менән слива ҡыуағын алып килгән.
Кескәйҙәр мәктәпте тамамлауға был урында сирендәр, алмағастар күкрәп сәскә атыр, миләш, баландарҙың ҡыҙыл тәлгәштәре уттай янып, ҡалабыҙҙы биҙәр, тип ышанабыҙ.
Гөлдәриә Иҙрисова.