Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Июль 2017, 18:44

КҮПТӘН КӘРӘК ЭШ

Башҡортостан Республикаһында бөгөнгө көндә өҫтөнлөклө инвестицион проекттар исемлегенә 73 мөһим эш индерелгән. Уларҙы тормошҡа ашырыуға 463,9 миллиард һум аҡса талап ителә. Өҫтөнлөклө проекттар ғәмәлгә инһә, төбәктә 22 мең эш урыны булдырыласаҡ.

Ошо көндәрҙә өҫтөнлөклө инвестицион проекттар исемлеге тағы берәүгә артты. Уға Баймаҡ районында тегеү производствоһын ойоштороу буйынса проект өҫтәлде. Киләсәктә ошо төбәктә эре тегеү производствоһы асыласаҡ. Был юҫыҡҡа 32 миллион һумдан ашыу инвестиция һалынасаҡ. «Колибри» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим иткән яңы проект төбәктә 200 өҫтәмә эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота. Әлеге мәлдә шәхси эшҡыуар Л.Ш.Заһитова етәкләгән «Колибри» йәмғиәтенең Әбйәлил районының Дәүләт, Хәлил, Баймаҡ районының Билал, Ҡолсора, Таулыҡай, Йомаш, Йылайыр районының Йылайыр ауылдарында тегеү цехтары уңышлы эшләп тора.
Гөлдәр Иҙрисова.