Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
28 Июль 2017, 18:42

ҮҘЕБЕҘҘӘ ЕТЕШТЕРЕЛГӘН—ТИМӘК ЯҠШЫ

Сибай ит комбинаты эшмәкәрлеген ҡала етәкселеге лә, Урал аръяғы халҡы ла юғары баһалай. Йылдан-йыл предприятиеның етештереү күләме үҫә. 7 йыл эсен-дә ул 30 тапҡырға күтәрелгән. Комбинаттың ҡеүәте арта, коллектив ҙурая. Хәҙер бында 162 кеше эшләй. Сменала 10-12 тонна колбаса изделиелары етештерелә. Һатып алыусыларға 150 төрлө сорт колбаса һәм деликатестар тәҡдим ителә.

Сибай ит комбинаты эшмәкәрлеген ҡала етәкселеге лә, Урал аръяғы халҡы ла юғары баһалай. Йылдан-йыл предприятиеның етештереү күләме үҫә. 7 йыл эсен-дә ул 30 тапҡырға күтәрелгән. Комбинаттың ҡеүәте арта, коллектив ҙурая. Хәҙер бында 162 кеше эшләй. Сменала 10-12 тонна колбаса изделиелары етештерелә. Һатып алыусыларға 150 төрлө сорт колбаса һәм деликатестар тәҡдим ителә.
Предприятие Волга буйы федераль округының эре ит комбинаттары менән бер рәттән, гел генә аҙыҡ-түлек күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Тәме һәм сифаты буйынса ул йыл һайын лайыҡлы рәүештә 4-6 миҙал алып тора. «Докторская», «Русская», «Краковская», «Московская», «Колбаски охотничьи» һәм «Сосиски молочные» колбаса изделиелары халыҡта ҙур һорау менән ҡуллана.
«Башҡорт колбасалары» ит комбинаты етештергән продукцияны Башҡортостанда ғына түгел, Силәбе, Пермь өлкәләренән, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, хатта Ҡаҙағстандан килеп алалар. Сибай колбасаһын дөйөм туҡланыу учреждениелары, ял йорттары һәм санаторийҙарға оҙаталар. Продукцияның сифаты яҡшы һәм хаҡы сағыштырмаса арзан.
—Май айында немец производствоһы етештергән «Vemog Poly-clip» яңы автоматик линия эшләй башланы. Был продукция етештереүҙе 2-2,5 тапҡырға арттырырға һәм сифат күрһәткестәрен яҡшыртырға ярҙам итте. Шулай уҡ эшселәрҙең хеҙмәт шарттарын еңеләйтеүгә ирештек,—ти производство буйынса директор Йәнбәков Рәил Мөхтәсип улы. Ул шулай уҡ киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Яҡын арала бында сифатлы ярымфабрикаттар: билмән, кәтлит, голубцы, төрлө эслек менән ҡоймаҡтарҙы ҙур ассортиментта сығарырға ниәтләйҙәр. Комбинат етәкселеге етештереү майҙанын ҙурайтырға һәм эш урындарын күбәйтергә уйлай.
Ринат Винер улы Ильясов етәкселек иткән коллектив берҙәмлеге һәм уңғанлығы менән айырыла. Элекке ит комбинатынан бында иттең һеңерен айырыусы Мария Николаевна Евстигнеева, термист Зөфәр Шаһыбал улы Һабаншин, формалаусы Татьяна Максимовна Аҡсурина, упаковкалаусы Екатерина Федоровна Ковалева күскән. Сибай һөт-консерва комбинатының элекке эшселәре Илшат Буранов һәм Зилә Сафинаны ла ошо предприятиела осраттыҡ, яңы коллективта ла үҙҙәрен яуаплы хеҙмәткәр итеп танытҡандар. Производство бүлеге начальнигы Виталий Валерьевич Роговцев, технолог Илүзә Илгизәр ҡыҙы Мөхәмәҙиева һәм мастер Илгенә Әсхәт ҡыҙы Хәсәнова иңенә бигерәк яуаплы эш йөкмәтелгән. Улар көн һайын етештерелгән колбаса изделиеларына дегустация үткәрә. Шунһыҙ магазиндарға оҙатылған продукцияның сифатын белеү мөмкин түгел. Урал аръяғы халҡы күптән инде «Үҙебеҙҙә етештерелгән—тимәк яҡшы!» тигән девиз менән йәшәй һәм «Башҡорт колбасалары» ит комбинаты етештергән продукцияға өҫтөнлөк бирә.
Һүрәттә: предприятие белгестәре дегустация мәлендә.