Башҡортостанда Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында күп кенә йылға, күлдәр, һыуһаҡлағыстар торошо яҡшыртыла. Оло һыуҙарҙың сығанағы булған шишмәләр ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмай. Республикала быйыл 8 шишмә биләмәһе төҙөкләндерелергә тейеш булһа, улар тағы өсәүгә күбәйтелеп, йәмғеһе 11 йылға башы рәткә килтереләсәк. Исемлектә Күгәрсен районының Ураҡай, Салауат районының Мөрсәлим, Балтас районының Түбәнге Ҡарыш, Мишкә районының Яңы Сәфәр, Бәләбәй районының Ермолкино, Ҡариҙел районының Абдулла, Тәтешле районының Яңғыҙ Нарат, Краснокама районының Мөҙәк, Әбйәлил районының Ҡырҙас, Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис, Хәйбулла районының Воздвиженка ауылдарындағы шишмәләр бар.
—Башта 8 шишмәгә генә сығымдар бүленһә, аҙаҡ был тәңгәлгә бүленгән аҡсаның суммаһы арттырылды. Ошо сәбәпле, исемлеккә тағы 3 сығанаҡ өҫтәлде,—тип аңлатма бирә ведомство бүлеге начальнигы Эдуард Нагаев.