АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
14 Июль 2017, 12:04

МАТУР ҘА, УҢАЙЛЫ ЛА

Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһы күп кенә федераль программаларҙа ҡатнашып күҙгә күренеп матурайҙы, үҫте, яңырҙы. Бер нисә йыл дауам иткән авария хәлендәге иҫке йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңыларына күсереү сараһы сиктәрендә генә 60-тан ашыу яңы йорт ҡалҡып сыҡты. Быйылдан иһә ҡалабыҙ 5 йылға иҫәпләнгән «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһына инде. Төйәгебеҙҙе төҙөкләндереүгә ҙур мөмкинлектәр асҡан был сарала ҡатнашыу өсөн теләк кенә аҙ, ҡалалаштарҙың үҙ өлөшөн индереү ҙә бурыс.

Йәй көнө «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса аукционда ҡатнашҡан 4 урам эсе һәм 3 йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә башланы. Әлеге мәлдә Индустриаль шоссе, 6-сы,12-се, Төҙөүселәр урамы, 2-се, 4-се, 4/1, 6, 6/1, 6/2, Ветерандар урамы, 2-се, 6-сы йорттары эсендәге биләмәләрҙе шәхси эшҡыуар Б.Н.Баязитовтың эшселәре рәткә килтерә. Шәхси предприятиеның баш инженеры Ринат Мансуров әйтеүенсә, ремонт барышында тротуарҙар ҡалҡытыла, автомобиль ҡуйыу урындары киңәйтелә, юлдар шымартыла, өҫтәмә ял итеү урындары булдырыла. Индустриаль шоссе урамының 12-се йорто алдында ошондай эштәргә айырыуса иғтибар бирелә, сөнки бында яҙын, көҙөн һыу ағыр урын тапмай, ҙур күләүек булып ята.
—Был тәңгәлдә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тырышабыҙ. Асфальтты бер яҡҡа ауышыраҡ итеп һалып, һыу ятмаҫлыҡ итергә кәрәк. Йәмғиәттең 2 бригадаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә билдәләнгән биләмәләрҙе ялт иттереп ҡуйырға иҫәп тота. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған,—тине Ринат Рәйес улы.
Ҡаланың Чайковский урамының 28-се йорто янындағы уңайлыҡтарҙы «РосСтройСервис» йәмғиәте эшселәре булдыра. Йәмәғәт биләмәһе булараҡ төҙөкләндерелгән М.Fафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркын рәтләү ҙә улар иңендә.
Индустриаль шоссе, 4/1 адресындағы «Йәшлек» скверын шәхси эшҡыуар И.И.Fафаров йүнәтәсәк. Ленин урамының 7-се йорто эргәһендәге балалар уйыны паркын ремонтлауҙы «Партнер» йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған. Әйткәндәй, төҙөкләндереү эштәре барған майҙансыҡтарға күҙәтеү камералары ҡуйылған. Уны онлайн режимда ҡарарға мөмкин.
Үрҙә һанап үткән эштәр ҡалабыҙҙың тышҡы йөҙөн матурлап ҡына ҡалмаясаҡ, ысын мәғәнәһендә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырасаҡ.
Һүрәттә: шәхси эшҡыуар Б.Н.Баязитовтың бригадаһы.