Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
10 Июль 2017, 18:50

ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРА

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн йылдың һәр миҙгеле көсөргәнешле. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән бесән әҙерләү мәле лә етте. Быйыл йәй башы ямғырлы булғас, ашлыҡтар ҙа тиҙ шытты, үләндәр ҙә күпереп үҫте. Баймаҡ районының ауыл хужалыҡтары ла көндәр яҡшы торғанда ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләп ҡалырға тырыша. Был тәңгәлдә төбәктең Ленин исемендәге хужалығы һәр ваҡыттағыса алдынғылар рәтендә. Әлеге көндә эшселәр сенаж һалыуҙы тамамлап, сапҡан бесәндәрен йыйыу менән мәшғүл.—Сенажға һары ҡандала үләнен (донник) турап һалдыҡ. Ҡышын ғына асып малға ашатасаҡ һутлы аҙыҡты 14 мең тоннанан ашыу әҙерләнек,—ти Ленин исемендәге хужалыҡ бригадиры Урал Мостафа улы Гөлбәйетов.—Көндәр ҡоро торғанда күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып бөтөргә тырышабыҙ. Әлеге көндә 560 гектарҙа эштәр тамамланды. Был дөйөм майҙандың яртыһы ғына әле. Тағы шул кимәлдә мал аҙығы әҙерләү бурысы тора.

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн йылдың һәр миҙгеле көсөргәнешле. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән бесән әҙерләү мәле лә етте. Быйыл йәй башы ямғырлы булғас, ашлыҡтар ҙа тиҙ шытты, үләндәр ҙә күпереп үҫте.
Баймаҡ районының ауыл хужалыҡтары ла көндәр яҡшы торғанда ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләп ҡалырға тырыша. Был тәңгәлдә төбәктең Ленин исемендәге хужалығы һәр ваҡыттағыса алдынғылар рәтендә. Әлеге көндә эшселәр сенаж һалыуҙы тамамлап, сапҡан бесәндәрен йыйыу менән мәшғүл.
—Сенажға һары ҡандала үләнен (донник) турап һалдыҡ. Ҡышын ғына асып малға ашатасаҡ һутлы аҙыҡты 14 мең тоннанан ашыу әҙерләнек,—ти Ленин исемендәге хужалыҡ бригадиры Урал Мостафа улы Гөлбәйетов.—Көндәр ҡоро торғанда күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып бөтөргә тырышабыҙ. Әлеге көндә 560 гектарҙа эштәр тамамланды. Был дөйөм майҙандың яртыһы ғына әле. Тағы шул кимәлдә мал аҙығы әҙерләү бурысы тора.
Таулыҡай ауылы янындағы йәп-йәшел булып үҫкән арыш баҫыуы аша үтеп, бесәнселәрҙең эшләгән ерен барып күрҙек. Тигеҙ итеп һалынған бакуйҙарҙы преслау ҡорамалы тиҙ арала төккә төрөп һала. Уны шунда уҡ тейәүсе трактор бесән ташығысҡа тейәй. Бер бесән ташығысҡа 9-10 төк һыйғанда ла, тимәк, бер кәбән тейәлеп кәрәкле урынға оҙатыла. Эшселәр Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары фермалары өсөн мал аҙығы әҙерләй. Әлеге мәлдә йыйған бесәндәре Сыңғыҙ фермаһына ташыла. Таулыҡай, Буранбай ауылдары ҡуралары ла тиҙҙән төктәр менән туласаҡ.
Бригадир Урал Мостафа улы әйтеүенсә, кәбәндәрҙе тиҙерәк ослап ҡуйыу һәр кемдең тырыш хеҙмәтенә бәйле. Зарланырға түгел: хужалыҡ эшселәре эшкә ныҡ әрһеҙ. Мәҫәлән, былтырғы ялан батыры, иң күп иген урып, машина менән бүләкләнгән Зәки Ҡотлоғужин—ЖВП-6, Фәнил Fәйетбаев—ЖВП-4.9, Нурфәйез Гөлбәйетов КП-4.2 техникала-рында гектар-гектар майҙанда бесән сабып һалған. Нурфәйез Гөлбәйетов преслау ҡорамалына ултыра һалып, ҡалын бакуйҙарҙы төккә төрөп тә өлгөрә. Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов тырмата. Альберт Гөлбәйетов менән Fәле Мөстәҡимов тейәүҙә булыша. Илшат Сирбаев, Мостафа Салихов, Салауат Гөлбәйетов иһә МТЗ тракторҙарында пресланған бесәнде ташыу менән мәшғүл.
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигәндәй, һауа торошо йылы һәм ҡоро торғанда йәһәтерәк эшләп ҡалырға тырышҡан баҫыу эшселәре ҡырҙан ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Улар июль айы дауамында мал аҙығы әҙерләү менән булышһаҡ, августа ашлыҡ өлгөрәсәк, тип белдерҙе. Тимәк, ҡара көҙгә тиклем ялан батырҙары илебеҙ ҡураларын иген менән тултырыуҙы хәстәрләйәсәк.
Гөлдәр Иҙрисова.
Һүрәттә: Fәле Мөстәҡимов, Альберт, Салауат, Урал Гөлбәйетовтар, Мостафа Салихов, Нурфәйез Гөлбәйетов, Илшат Сирбаев, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов.