Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
9 Июнь 2017, 12:06

Барам әле Һаҡмар буйҙарына

«Атайсал» гәзите иғлан иткән «Таҙа Һаҡмар» акцияһы халыҡ араһында киң таралды. Әбйәлил районында старт алған өмә Баймаҡ районы аша Йылайыр районына ла килеп етте. Йырҙарҙа данланған Һаҡмар йылғаһы Һабыр, Юлдыбай, Матрай һәм Үрге Fәле ауылы биләмәләрендә аға. Эстафетаны ҡабул итеп алған көндән үк район халҡы акцияға дәррәү ҡушылды.

«Атайсал» гәзите иғлан иткән «Таҙа Һаҡмар» акцияһы халыҡ араһында киң таралды. Әбйәлил районында старт алған өмә Баймаҡ районы аша Йылайыр районына ла килеп етте. Йырҙарҙа данланған Һаҡмар йылғаһы Һабыр, Юлдыбай, Матрай һәм Үрге Fәле ауылы биләмәләрендә аға. Эстафетаны ҡабул итеп алған көндән үк район халҡы акцияға дәррәү ҡушылды.
Матрай ауылы биләмәһендә Һаҡмар йылғаһы Иҫке Яҡуп ауылы аша ғына үтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мул һыулы йылға яры һәр кемдең яратып ял иткән урыны. Шуға күрә Матрай, Япарһаҙ, Балапан ауылдары халҡы ла өмәгә сыҡты.
—Һаҡмар буйында ял итергә яраталар, тик, үкенескә күрә, үҙҙәре артынан сүп-сарҙы йыймайҙар. Бөгөн Матрай ауылы биләмәһе халҡы әүҙем генә өмәгә ҡушылды. Өлкәне лә, йәше лә—һәммәһе етмешкә яҡын кеше ҡатнашты. Фатима туғайы, Алат тамағы, Һаҡмар йылғаһының ике яҡ яры буйлап ҡый-һай, ҡороған ағастар йыйылды. Бөтәһе өс йөк машинаһы сүп-сар түгелде. Киләсәктә ял итеүселәргә ҡый яғыу өсөн махсус һауыттар эшләп ултыртырға ла ҡарар иттек,—ти Матрай ауылы биләмәһе башлығы Наил Нурфәиз улы Әбдрәхимов.
Үрге Fәле ауылы биләмәһендә йәшәүселәр эстафетаның килеп еткәнен көтөп тормағандар. «Атайсал» гәзите акцияның башланыуын хәбәр итеү менән эшкә тотонғандар. Тәү башлап Аралбай ауылы эргәһендә өмә ойошторолған. Артабан Үрге Fәленән алып Һабыр ауылы биләмәһенә ҡараған ергә тиклем таҙалағандар.
Өмә бөтәһе алты көн барған. Шуның дүрт көнө Һаҡмар буйын таҙалауға китһә, ҡалған ике көндә уның ҡушылдыҡтарын, бәләкәй йылғаларҙы сүп-сарҙан «азат» иткәндәр. Мәҫәлән, Байғужа ауылы халҡы бер юлы Әлмөхәмәт шишмәһен таҙалап, кәртәләп ҡуйған.
Әйтергә кәрәк, халыҡ оло теләк менән ҡатнашҡан. Сиҙер, Үрге Fәле, Бикйән, Байғужа ауылдары халҡы берҙәмлек күрһәткән. Өмәгә сыға алмаған өлкәндәр йылы аштарын бешереп, самауырҙарын ҡайнатып өмәселәрҙе көтөп торған.
—Эстафета килеп еткәнен көтөп торманыҡ, халыҡ менән кәңәшләшеп, эште алдан башлап та ебәрҙек. Хатта ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың да килеп ҡушылыуы ҡыуандырҙы. Йылайыр районы башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин да ғаиләһе менән акцияла ҡатнашты. Барлығы 110 кеше, ете берәмек техника йәлеп ителде. Ауыл эргәһендә эшләүсе «Мостай» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре лә өмәнән ситтә ҡалманы.
Бөтәһе 30 саҡрымдан ашыу ер таҙаланды, 30 йөк машинаһы ҡый түгелде. Аралбай, Үрге Fәле ауылдарында «Таҙа Һаҡмар» акцияһының эмблемаһы төшөрөлгән баннерҙар, халыҡтың күпләп ял иткән урындарында махсус сүп-сар һауыттары һәм тәртипкә өндәгән табличкалар ҡуйылды. Бының менән генә әле өмә тамамланмай. Эшләнәһе эштәр күп.
«Атайсал» гәзите башлап ебәргән был акция халыҡ өсөн яҡшы этәргес булып торҙо. Йылға-күлдәр беҙҙең йәшәү сығанағы. Ошо турала онотмаһаҡ ине. Әле бына сүп-сарҙан таҙалап алдыҡ, киләсәктә лә уны ошондай тәртиптә тотоп, киләһе быуынға тапшырыу—беҙҙең бурыс. Хәҙер инде таҙалыҡ йыйған урында түгел, ә ҡыйламаған урында тигән девиз менән йәшәргә кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ,—ти Үрге Fәле биләмәһе башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров.
Төп сығыштары Иҫке Яҡуп ауылынан булған Шәриповтар ҙа «Атайсал» гәзите үткәргән акциянан ситтә ҡалманы. Ял көндәренең береһендә Сибайҙан Басир Шәрипов, Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан Фәүес Исламғолов, Рәжәп Аблаев һәм Йылайыр районының Һултантимер ауылынан Фәниә Fәлиәкбәрова үҙ ғаиләләре менән йылға буйында өмә үткәрҙе. Иҫке Яҡуп ауылының эргә-һендә урынлашҡан Әлимә кисеүен, Тағансаҡ буйын сүп-сарҙан, ярҙарҙы ҡороған ағастарҙан таҙалағандар.
—Бала, үҫмер сағым ошо Һаҡмар буйында үтте. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, йәшәһәм дә уйҙарым менән ауылыма әйләнеп ҡайтам. Һуңғы арала кешенең тәбиғәтебеҙгә, әйләнә-тирәгә битараф булыуы үкенесле. Акция тураһында ишеткәс тә, туғандар менән кәңәшләшеп, ҡайтып әйләнергә булдыҡ. Эшләнек тә, шул уҡ ваҡытта күңелле ял да иттек. Кешеләргә шуны әйтер инем: тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы булайыҡ,—ти Фәниә Fәлиәкбәрова.
Юлдыбайҙар—дәррәү халыҡ
Юлай Fәйнитдин улы Иҫәкәйев етәкләгән Юлдыбай ауыл биләмәһе халҡы «Таҙа Һаҡмар» акцияһына иң тәүгеләрҙән булып ҡушылды һәм өс тапҡыр Һаҡмар буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә ойошторҙо. Иң беренсе был матур башланғысты Юлдыбай һәм Һынташ ағинәйҙәре күтәреп алды. Улар балалар менән берлектә Һаҡмарға ҡойған Кирешкә, Ҡара-көрән йылғалары һәм Һаҡмар буйы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Ағинәйҙәр үҫмерҙәргә урындағы тау, йылға, туғай атамаларын өйрәтеп, тәбиғәт ҡосағында милли уйындар уйнатып, тәмле мәтрүшкә сәйе менән һыйланы.
Артабан өмәгә ауыл Советы депутаттары менән урындағы халыҡ сыҡты. Көн бу-йына дауам иткән экологик сарала мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл хакимиәте администрацияһы, дауахана, мәҙәниәт йорто, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Урал аръяғының агроинженерия колледжы, почта, автозаправка һәм башҡа ойошмалар коллективтары ҙур теләк менән ҡатнашты. Был матур башланғысҡа Һынташ ауылында йәшәүселәр һәм күрше Ҡашҡар ауыл хакимиәте биләмәһе вәкилдәре лә ҡушылды. Халыҡ ҙур тырышлыҡ менән Юлдыбай эргәһендәге быуаны таҙартты, Баймаҡ районы сигенән алып Һаҡмар буйлап түбәнгә ҡарай 10 километр самаһы арауыҡта йылға ярҙарынан, туғайҙарҙан сүп-сар, ҡороған ағас ботаҡтарын алып сығып түкте.
Өсөнсө өмә тағы ла киңерәк масштабта үткәрелде һәм унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Иртәнге сәғәт 10-да өмәселәр митингыға йыйылды. Халыҡ алдында Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.F.Иҫәкәйев, район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторы Н.И.Моталлапов телмәр тотто. Улар тәбиғәткә һаҡсыл булырға, тирә-яҡ мөхитте таҙа һәм тәртиптә тоторға өндәне. «Таҙа Һаҡмар» акцияһына Сибай ҡалаһынан ҙур теләк менән килеп ҡушылыусы «Баштрансгаз» ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә юлдыбайҙар сикһеҙ рәхмәтле.
Һаҡмар буйҙарынан һәм уның ҡушылдыҡтарынан был көндө бөтәһе 21 трактор арбаһы сүп сар сығарып түгелде. Техника үтеп инә алмаған урындарҙы 4 кәмәгә бүленеп ултырған 13 кеше таҙаланы. Юлдыбайҙар яр буйҙарына «Таҙалыҡты һаҡлайыҡ!» тип яҙылған баннерҙар элеп ҡалдырҙы. Өмә барышында Ырымбур яҡтарынан килгән туристарҙы осратып, уларға ла тәбиғәтте һаҡлау тураһында өгөт-нәсихәттәр әйтелде.
—Беҙ өмәгә «Таҙа Һаҡмар» акцияһының эмблемаһы менән махсус кейемдәр тектереп, бейсболкалар һатып алғайныҡ. Бер иш кейемдәр кейеп дәррәү өмәгә сығыуыбыҙ халыҡҡа ныҡ тәьҫир итте. Һаҡмар йылғаһы беҙҙең биләмәлә 22 километр арауыҡҡа һуҙылған. Туризмды йәйелдереү өсөн уңайлы урындары бар. Беҙ дәртләнеп эшкә тотондоҡ, яратҡан Һаҡмарыбыҙҙың ярҙарын ҡый-һайҙан таҙартҡас, күңелдәребеҙ сафланды. Бындай экологик өмәләрҙе йыл да үткәреп торорға кәрәк, тип уйлайым. Ошондай киң масштаблы акцияға идея биреүсе Баймаҡ районы кешеһе Фәйзрахман Усмановҡа һәм уны ойоштороусы «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡовҡа ҙур рәхмәт әйтәбеҙ,—тине Юлай Fәйнитдин улы.
Һабырҙар—әүҙемдәр
Һабыр ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Илгиз Юнир улы Солтанғужин әйтеүенсә, улар Һаҡмар буйҙарын сүп-сарҙар таҙартыу эшен ике төркөмгә бүленеп баш-ҡарған. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Сәғәҙей улы Солтанов етәкселегендәге 35 кешенән торған төркөм ауылдан алып Сеүәлсән буйына тиклемге аранан ҡый-һайҙы йыйып, тоҡтарға тултырып сығарған. Илгиз Юнир улы етәкләгән төркөм иһә ауылдан Борам юлы буйлап Һаҡмарға тиклем төшкән. Һабырҙар өмәлә ҙур әүҙемлек күрһәткән. Был экологик сарала 70-ләп кеше, 20 еңел автомобиль һәм 3 трактор ҡатнашҡан. Депутат Фәтих Ҡаҙнабаев тракторы менән эшкә сыҡһа, Һабыр урмансылыҡ бүлеге мастеры Салауат Солтанғужин бысҡылар менән ярҙам иткән.
—Беҙҙең Һаҡмар буйында сүп-сарҙың аҙ булыуы ҡыуандырҙы. Бөтәһе 10-лап тоҡ ҡый-һай йыйҙыҡ. Бынан тыш юл ҡырында аунап ятҡан серек ағастарҙы, ҡоро-һары ботаҡтарҙы бысып, турап түктек. Ауылдан Һаҡмарға төшкән юлдарҙы тәртипкә килтерҙек. Өмәгә уҡыусыларҙы йәлеп иттек. Олатаһы менән килгән 7 йәшлек Айназ Асаиновтың эшләүе күптәргә үрнәк булып торҙо. Өмәлә ҡатнашҡан ауылдаштарға рәхмәт белдерәбеҙ,—тине Илгиз Юнир улы.
Күреүегеҙсә, йылайырҙар «Таҙа Һаҡмар» акцияһында ихлас ҡатнашып, төбәгебеҙ тәбиғәтен таҙартыуға, сафландырыуға ҙур өлөш индергән. Афарин!