Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Май 2017, 14:06

ҺАҠМАР ҺЫУЫ АҒЫР АЛҠЫНЫП

Баймаҡ районы халҡы йырҙарҙа йырланған, заманында халыҡты туйындырған,йыуындырған мул һыулы Һаҡмар йылғаһы бөгөн һаҡлауға, яҡлауға мохтаж булыуын яҡшы аңлай. Шуға ла төбәк халҡы «Атайсал» гәзите иғлан иткән «Таҙа Һаҡмар» акцияһына дәррәү ҡушылды. Күп кенә ауыл биләмәләре эстафета килеп еткәнен дә көтмәй, йылға буйҙарын таҙартырға ашыҡты. Был дөрөҫ тә, сөнки ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йылдар буйы йыйылған сүп-сарҙы йыйып бөтөү мөмкин түгел. Беренсе Этҡол ауылы халҡы ла көндәр ҡоро һәм йылы торғанда йылға буйына ашыҡты. Ауылдаштарына ярҙамға Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов та барҙы.

—Һаҡмар буйында һыу инеп, балыҡ тотоп үҫкән кеше булараҡ, йылғабыҙҙың яҙмышына битараф ҡала алманым. Бөгөнгө сараға йәше, ҡарты сығыуына бик шатмын. Беҙҙең тарафтарҙа боролоп-боролоп аҡҡан Һаҡмар буйының 100 метр һайын атамалы урындары бар. Ер-һыуҙарыбыҙҙы ошолай саралар уҙғарып үҙебеҙ ҡәҙерләмәһәк, киләсәк быуындар беҙҙе ғәфү итмәҫ,—тине Хәлит Хәмзә улы, ауылдаштарын эшкә дәртләндереп.
Ветерандар советы рәйесе Хөснә Рысбаева ла хәҙистәрҙә яҙылғанса, ер өҫтө тулы алтын булһа ла, эсәр һыу булмаҫ, тигән киҫәтеүҙәргә баҫым яһаны. «Халыҡ ҡиблаға ҡарап аҡҡан һыуҙы изге тип һанаған. Һаҡмар тап шул йүнәлештә аҡҡан йылға. Шуға ла уның шифалы һыуына бер генә сүп тә төшөргә тейеш түгел»,—тип тә өҫтәне Хөснә Әнүәр ҡыҙы. Этҡолдар ауылдарында аҡҡан Батҡаҡлы, үле Һаҡмар буйҙарын да күптән таҙартып ҡуйған. Ауыл биләмәһе башлығы Гөлнур Азаматова әйтеүенсә, һыу буйҙарынан йыйылған ҡый-һайҙы Мөҙәрис Абдулғазин, Зөбәир Дәүләтшин шәхси тракторҙарында сүплеккә түгеүҙе үҙ өҫтөнә алған.
Райондың Fәҙелбай, Бикеш, Ҡолсора, Муллаҡай ауылдарында ла өмәләр гөрләне.
Ниғәмәт ауылы эргәһендәге күмәк сарала Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Был көндө улар ауыл халҡы менән берлектә 4 саҡрымға яҡын яр буйҙарын таҙалап, 5 кубометрға яҡын сүп-сар йыйып түкте.
«Таҙа Һаҡмар» акцияһы дауам итә. Яҡташтарҙы изге эштән ситтә ҡалмаҫҡа саҡырабыҙ.
Гөлдәр Ҡадаева.
Һүрәттә: Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов, Беренсе Этҡол ауылы биләмәһе башлығы Г.Й.Азаматова өмә барышында.