Элек-электән Һаҡмар йылғаһы мул, таҙа һыуы, яр буйҙарын ҡаплап үҫкән тал, муйыл, ерек ағастары, ҡыуаҡлыҡтарҙан торған әрәмәлектәре, тәрән ятыуҙары менән дан тотҡан. Йылғала бала-саға рәхәтләнеп һыу инеп, балыҡ ҡарпыһа, ҡатын-ҡыҙҙар кер сайҡаған, малайҙар кистәрен ятыуҙарында ат йөҙҙөрөүҙән оло кинәнес тапҡан.
Йәшәй-йәшәй кешеләр тәбиғәткә ҡарашын ҡырҡа үҙгәрткәнлектән,бөгөнгө көндә үрҙә һанап үткән хозурлыҡ юҡҡа сығып бара. Хәлде аҙ ғына булһа ла яҡшыртыу маҡсатында 2017 йыл Рәсәйҙә—Экология, Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип нарыҡланғас та «Атайсал» гәзите «Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек» конкурсы иғлан итте. Конкурсҡа тәүгеләрҙән булып Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе пенсионер Фәйзрахман Усманов хат-тәҡдим ебәрҙе. Ул Урал аръяғында аҡҡан Һаҡмар йылғаһын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән уның инешенән алып республиканан сығып киткән урынына тиклем дөйөм өмә үткәреүҙе мотлаҡ тип тапҡан. Фәйзрахман Егетбай улының башланғысын «Атайсал» гәзите коллективы хупланы һәм йылға буйҙарын таҙалау буйынса «Таҙа Һаҡмар» өмә-эстафета уҙғарыу планын төҙөнө. Мөхәрриребеҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов эште урын еренә еткереү өсөн күп тырышлыҡ һалды. Шулай итеп, «тәгәрмәс» тәгәрәне һәм был башланғыс Сибай ҡалаһында март айында уҙған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли кәңәшмәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан яҡлау табып, уның резолюцияһына индерелде. Сараны шунда уҡ Урал аръяғы башҡорттары ҡоролтайы, Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Сибай территориаль комитеты, Һаҡмар буйында урынлашҡан район хакимиәттәре күтәреп алды. Ер ҡарҙан әрселеп, йылға-күлдәр ташып ярҙарына ҡайтҡас та «Таҙа Һаҡмар» акцияһы старт алды.
Көньяҡ Уралдың иң данлыҡлы йылғаларының береһе булған Һаҡмар Әбйәлил районының Әхмәт ауылынан юл ала. Оҙонлоғо 798 саҡрым тәшкил иткән йылға Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан бормалы юлдар үтеп, Ырымбур өлкәһендә Урал йылғаһына барып тоташа.
Килешелгәнсә, Һаҡмар йылғаһы башында йәшәүсе Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы биләмәһенә ҡараған Әхмәт ауылы халҡы «Таҙа Һаҡмар» акцияһын дәррәү башлап ебәрҙе. Ауыл йәштәре, урта быуын вәкилдәре өмәгә сығып, йылға үҙәнен, ярҙарҙы сүп-сарҙан таҙартһа, ололар Әбйәлил, Баймаҡ районы сигендә урынлашҡан беседканы тәртипкә килтергән. Тап ошо урында әбйәлилдәр өмә барышын сағылдырған эстафета альбомын, акцияның билдәһе—йәшмә сувенир ташты ут күршеләре баймаҡтарға тапшырҙы.
—Әбйәлил—йылға-күлдәргә бай төбәк. Төп һыуыбыҙ Ҡыҙыл йылғаһы булһа ла, биләмәбеҙҙән 15 саҡрым ғына аҡҡан Һаҡмарҙың яҙмышы тәү сиратта Һаҡмар башында йәшәүселәргә бәйле икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Әгәр беҙ битараф ҡалып, һыу буйын сүплеккә әйләндерһәк, инеш башын, Һаҡмарға ҡушылған 6 бәләкәс йылғалар ярҙарын таҙартып тормаһаҡ, ҙур йылғаға хәүеф янар ине,—тине Баймаҡ районы делегацияһын ҡаршылағанда Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Һатыбалды улы Сыңғыҙов.—Шуныһы ҡыуаныслы: акция башланғас та Һаҡмар буйы ғына түгел, бөтә йылға, күлдәр яны таҙартылды. Ауылдар төҙөкләндерелә. Быйыл был юҫыҡҡа 450 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. Киләсәктә 15 ауылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдары үтәсәк.
Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, йыр-моңға бай әбйәлилдәр ҡунаҡтарҙы алдан сапҡынсылар ебәреп, тирмә ҡороп, икмәк-тоҙ, һый-ниғмәт менән ҡаршы алды. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡов ауыл хакимиәттәре бер-береһенә тапшыра торған альбом һәм сувенир ташты ихлас ҡабул ите.
—Баймаҡтар ҙа үҙ сиратында һынатмаҫ, Һаҡмарыбыҙҙың таҙа, мул һыулы булыуына үҙ өлөштәрен индерер. Әбйәлилдәрҙән айырмалы рәүештә, Һаҡмар беҙҙең райондың 11 ауыл биләмәһенән йөҙҙәрсә саҡрымдарға һуҙылып аға. Иң беренселәрҙән булып эстафетаны ике район сигендә ятҡан Билал ауыл биләмәһе ҡабул итә,—тине Илшат Хәмит улы, эстафета тапшырыусыларҙы сәләмләп.
Дуҫтарса осрашыу тантанаһында Әбйәлил районында ғына түгел, исеме республикала киң билдәле сәсәниә Мәүҙиға Баймөхәмәтова Һаҡмар йылғаһына бағышлап яҙған шиғырын ятлап ишеттерҙе. «Һаҡмарбаш» әҫәрен яҙған Иҙрис Ноғоманов ҡунаҡтарға һәм яҡташтарына китаптар бүләк итте. Әбйәлилдәрҙән эстафета ҡабул итергә баймаҡтар ҙа буш ҡул менән бармаған—«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Илшат Fүмәров башҡорт халыҡ бейеүен оҫта башҡарҙы.
Аҙаҡ акцияла ҡатнашыусылар иҫтәлекле ваҡиға уңайынан беседка артына 25 шыршы ултыртты.
Эстафетаны ҡабул иткән Баймаҡ районының Билал ауылы биләмәһе башлығы Мәжит Ишбулат улы Заманов әйтеүенсә, ауыл халҡы йыл да йылға ярҙарын таҙартмай ҡалмай. Быйыл акция иғлан ителгәс, улар һыу буйҙарын рәткә килтереүгә тағы ла дәртләнеберәк тотонған.
—Тирә-яҡ мөхитебеҙ имен булһын, йылға-күлдәр ҡоромаһын, илебеҙ һәр саҡ гөл-баҡсаға күмелһен тигән уй-ниәттә, «Таҙа Һаҡмар» акцияһына ҡушылабыҙ. Һаҡмар йылғаһының таҙалығы беҙҙең ҡулда, беребеҙ ҙә өмәләрҙән ситтә ҡалмаясаҡбыҙ,—тине Мәжит Ишбулат улы, барыһын да дөйөм эшкә әйҙәп.
Һүҙҙән эшкә баймаҡтар бик тиҙ күсте. Шул уҡ көндө Һаҡмар буйындағы Өмөтбай ауылының Туғай урамында йәшәүселәр акцияны дәррәү эләктереп алып, йылғаның эсен, тирә-яғын таҙартып, бер трактор арбаһы сүп-сар түккән. Миҙхәт, Ира, Әлфиә, Илфат Fүмәровтар, Әнүзә, Рәмил Мәжитовтар, Зөлхәбирә Йәнтүрина, Магнитогорск ҡалаһынан килгән Владислав, иң оло өмәселәр—Сабир Камалов, Флүрә Һағынбаевалар тырышып эшләп, башҡаларға өлгө күрһәткән.
Әбйәлилдәрҙән үткән кесаҙна ҡабул ителгән «Таҙа Һаҡмар» акцияһы йәкшәмбелә темәстәргә барып етте. Был хаҡта Билал ауылы китапханасыһы, әүҙем хәбәрсебеҙ Райхана Булатова хәбәр итә:
—Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти 1950 йылдарҙа беҙҙең районға килеп, Һаҡмар буйы ауылдарында була һәм аҙаҡ, алған тәьҫораттарына таянып, «Һаҡмар ҡыҙы» поэмаһын ижад итә. Унда шундай юлдар бар: «Һаҡмар һыуҙың һылыулығы күпме-күпме йырҙа йырланған, ләкин Һаҡмар буйын тағы йөҙ йыл, тағы мең йыл була йырларға».
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн йылғабыҙҙың гүзәллеген, уның тирә-яғының матурлығын һис тә шағирса тасуирлай алмайбыҙ. Быға тәбиғәт кенә түгел, күп осраҡта үҙебеҙ ҙә ғәйепле.
Район вәкилдәре—Динар Хисмәтуллин, Fәлим Сәфиуллин, Темәс ауылы биләмәһе башлығы Бикйән Камалетдинов етәкселегендә делегация ағзалары, «Атайсал» клубы рәйесе Сәлимйән Вәлиев, китапханасылар Миңзәлә Әүәлбаева, Миңзифа Низамова, «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Лилиә Ишбаева был турала әсенеп һөйләне. Темәс мәктәбенең хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәмил Әбсәләмов ололарҙың Һаҡмар йылғаһы бысраҡ, йәштәр йылғаны таҙалау өсөн үҙ өлөшөн индермәй, тиеүҙәре менән килешмәүен белдерҙе. Күптән түгел Темәс мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары, урындағы халыҡ менән бергәләп йылға буйына 600-гә яҡын ағас ултыртҡан, экологик өмәгә сыҡҡан. Әлеге мәлдә йылғала бәрҙе, йәйен балығы күренә, ә ул балыҡтар таҙа һыуҙа ғына була. Йәш быуынға Һаҡмарҙың мул һыулы булыуы өсөн артабан да тырышырға ҡала.
Фирҙәүес Ҡаһарманова, Әхәт Урмантаев, Илфат Сирусиндың моңло йырҙары, Билал мәктәбе уҡыусыһы Айнур Әхмәтовтың дәртле бейеүе байрамға йәм өҫтәне. Биләмә башлығы Мәжит Заманов етәкселегендәге делегация ағзалары—Әнүзә Мәжитова, Зифа Мәүлитова, Айгизә Хамматова, Сәғилә Fайсина, Зәйнитдин Хөсәйенов эстафетаны тапшырып ҡына ҡалманы, артабан һәр ауылда экологик өмәләр үткәреүгә йөкләмә лә алды.
Акцияны ойоштороусы булараҡ «Атайсал» гәзите коллективы ла саранан ситтә ҡалманы. Эстафета килеп етеүен көтөп тормай, Баймаҡ районының Таулыҡай ауыл биләмәһенә ҡараған Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары халҡы йәмле Һаҡмар буйҙарын таҙартырға тотоноуҙарын белгерткәс, беҙ улар янына ашыҡтыҡ. Был тарафтарҙы һайлауыбыҙҙың сере ябай: тап Сыңғыҙҙа төп идеяны биреүсе Фәйзрахман Усманов йәшәй.
Сыңғыҙға барып еткәндә ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары Һаҡмар йылғаһын ғына түгел, Ярмайылға, Хөсәйен Әхмәтов «Тыуған ауылым» йырында данлаған Күсәбә йылғаһы буйҙарында ла өмә уҙғара ине. Әкрәм Туйсин, Рәмилә Мортазина, Айгөл Туйсина, Сабира Рәжәпова, Альбина Хөсәйеновалар иртәнсәктән сыҡҡан. Улар Ярмайылға ярына йыйып һалған ҡыйҙы Рәмил Хөсәйенов үҙ техникаһында ташып түккән, ә ҡатыны Гөлгенә өмәселәрҙе тәмле ашы менән һыйлаған. Х.Әхмәтов урамы депутаты Нияз Уразбаев Һаҡмар, Күсәбә йылғалары ярына йыйылған сүп-сарҙы, ҡоро-һарыны шәхси тракторына тейәп әллә нисә тапҡыр рейс яһаған. «Бер йөк—ул 4 тонна. Ярты көндә биш рейс яһаным. Әле тейәлмәгәне бар»,—ти йәш эшҡыуар Нияз Рәжәп улы.
Акция инициаторы Фәйзрахман Усманов та «Нива» машинаһына тағылма таҡҡан.
—Беренсе Этҡолдан Сыңғыҙға килен булып төшкән әсәйем һөйләүенсә, ул осорҙа Һаҡмар буйы үтеп булмаҫлыҡ тал-тирәк, муйыл, башҡа ҡыуаҡлыҡтар булған. Бер ярҙан икенсе яр аръяғын күреп тә булмаған. Хәҙер ни күрше Буранбай ауылы асыҡ күренеп ята. Әсәйем мәрхүмә Һаҡмарҙың һыуы таҙа, мул булды тип һөйләй торғайны. Ул мәлдәрҙән күп булһа 60-70 йыл ғүмер үткәндер, ә йылғабыҙ бөгөн танырлыҡ түгел. Һаҡмарҙың аяныслы хәле йылдар буйы тынғы бирмәне. Эх, күмәкләп сығып йылғаны бер таҙаларға ине тигән уй электән күңелдә йәшәп килде. Быйыл Экология йылы тип иғлан ителгәс, теләгемде «Атайсал» гәзите мөхәрририәтенә еткерҙем. Сөнки абруйлы яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың етәкселәргә һүҙе үтеренә ышандым,—ти Фәйзрахман ағай, мораҙына етеүенә ҡыуанып.—Һүҙемде йыҡмай, теләгемде тормошҡа ашырыусыларға рәхмәт. «Күмәкләгән—яу ҡайтарған» ти халыҡ мәҡәле, изге эшебеҙ ерҙә ятып ҡалмаҫ, йылғабыҙ ярҙары таҙарып ҡалыр, еребеҙ йәмләнер, исмаһам. Бөгөн өмәгә ҡатыным Дамира Дамулла ҡыҙы, ейәнсәрҙәрем Дилә, Альбина менән сыҡтым. Быға тиклем дә туғайҙағы, урман ситендәге ҡый-һайҙы йыя инек.
Мәктәп уҡыусылары ла баштарын да күтәрмәй эшләне. Улар ярҙан ғына түгел, һыу эсенән дә сепрәк-сапраҡ һөйрәп сығарҙы. Белем усағы директоры Рәйлә Баҙарбай ҡыҙы Солтангилдина әйтеүенсә, ауыл балалары эшкә әрһеҙ, шәп булып үҫә. Бер дөйөм эштән дә ситтә ҡалмай. Тимур командаһы төҙөп, оло йәштәгеләргә ярҙам итеүҙе матур йолаға әүерелдергәндәр. Иман йорто—мәсет тирәһендә таҙалыҡ булдырыуҙа ла ҡатнашҡандар. Fөмүмән, 87 бала белем алған мәктәп ауылдың ҡото ла, йәме лә, киләсәге лә.
Таланттар төйәге—Буранбайҙа ла эштәр гөрләне. Был ауылда ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар әүҙемлеге лә күҙгә ташланды. Хатта йәш балалы әсә лә саранан ситтә ҡалмаған: сабыйы коляскала иҙрәп йоҡлағанда ул дөйөм эшкә өлөш индереп ҡалырға тырышты.
Таулыҡай ауылында иһә йылға буйында ир-егеттәрҙең, техниканың күплеге оҡшаны. Ике төркөмгә бүленеп эшләгән яр таҙалаусыларҙы күҙәтеп тороуы ла күңелле. Барлыҡ эштәрҙе Таулыҡай ауылы биләмәһе башлығы М.С.Сәғәҙәтова күҙ уңында тота.
—Беҙ эстафетаны ошо көндәрҙә Бикеш ауылы биләмәһенән ҡабул итергә торабыҙ. Әммә алдан эшләү бер ҙә насар түгел, беҙҙең тарафтарҙа Һаҡмар ҡолас ташлап аға. Шуға уның ярҙарын эстафета үткәс тә таҙаларға тура килер әле,—ти Мәхмүзә Сөнғәт ҡыҙы.—Һәр ваҡыттағыса халыҡ дәррәү, күтәренке кәйефтә эшләй. Кәрәкмәй, нимәгә ул тигән кеше юҡ. Сөнки һәр кем Һаҡмарыбыҙҙың таҙалағы үҙебеҙ өсөн икәнен яҡшы аңлай.
Хәбәр итеүебеҙсә, эстафетаны Ырымбур өлкәһенә тапшырғас, Хәйбуллала «Түңәрәк өҫтәл» үткәреләсәк. Ошо сарала «Таҙа Һаҡмар» акцияһына йомғаҡ яһалып, һәр районда «Иң яҡшы биләмә», «Иң яҡшы коллектив», «Иң әүҙем ауыл», «Иң әүҙем ғаилә» номинацияларында еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ. Шулай уҡ акцияны яҡтыртыу һөҙөмтәһе буйынса «Иң яҡшы журналист» һәм «Иң яҡшы телерепортер» ҙа айырым билдәләнәсәк.
Оҙаҡламай акцияға Баймаҡ районының башҡа ауыл биләмәләре лә ҡушыласаҡ. Әйткәндәй, бөгөн Беренсе Этҡол ауылында өмә башланды. Яҡташтарҙың изге эштән ситтә ҡалмаҫына, ғәзиз еребеҙҙең гүзәллеген арттырыуға тос өлөш индерәсәктәренә, Һаҡмарҙың ғына түгел, төбәгебеҙҙән аҡҡан Урғаҙа, Таналыҡ, Быҙаулыҡ һәм башҡа йылғаларҙы таҙартасаҡтарына ышанабыҙ.