Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Декабрь 2016, 23:10

Эштәр етерлек әле

Белеүебеҙсә, «Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһындағы» законды бойомға ашырыу буйынса Сибай ҡалаһы ҡала хакимиәте эргәһендә ойошторолған комиссия уңышлы эшләп килә. Күптән түгел уның ағзалары 2016 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, киләһе йылға бурыстар билдәләне.

Эшлекле кәңәшмәне комиссия рәйесе урынбаҫары—ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Ишемғолова алып барҙы. 7 йыл буйына комиссияның секретары булған Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова 2016 йылда атҡарылған эштәрҙе барлап, үҙен әлеге вазифанан бушатыуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Комиссия ағзалары бер тауыштан был урынға мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы Моталлапованы тәҡдим итте.

«Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһындағы» законды бойомға ашырыу буйынса Сибай ҡалаһы ҡала хакимиәте эргәһендә ойошторолған комиссия составында 17 кеше эшләй. Ошоға тиклем ҡаланың Ленин, Зәки Вәлиди урамдарында һәм Таусылар проспектында урынлашҡан учреждениеларҙа, магазиндарҙа алтаҡталарҙы ике дәүләт телендә дөрөҫ итеп яҙыу буйынса ҙур күләмле эштәр башҡарылған. 2017 йылда башҡа урамдар буйлап рейд үткәреү күҙаллана. Ошоға тиклем мәғариф, мәҙәниәт һәм сауҙа учреждениеларында «Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһындағы» закондың үтәлеше тикшерелһә, алдағы йылдан был процедура ҡала предприятиеларына ла ҡағыласаҡ. Шулай уҡ, ҡунаҡханалар, ресторан-кафелар һәм туҡталыштар буйлап рейд үткәреү кәрәклеге әйтелде. Йәмәғәт транспортында туҡталыштарҙы русса-башҡортса иғлан итеү ҙә көнүҙәк мәсьәлә һанала. Бының өсөн комиссияға сәнәғәт, иҡтисад бүлектәрендә эшләүсе белгестәрҙе йәлеп итергә тигән тәҡдим индерелде.

— Киләһе йылға комиссияның эш планын раҫларға, 4 кварталға эш пландарын билдәләргә, комиссия ағзаларына танытмалар, белешмәләр бирергә кәрәк. Билдәләнгән бурыстарҙы бергәләп тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар,—тип һүҙен тамамланы Г.Ә.Ишемғолова.