Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Ноябрь 2016, 23:17

Яңы йылға әҙерлек башланды

Яңы йыл байрамына һынаулы ғына көндәр ҡалды. Сибайҙар яңы 2017 йылды лайыҡлы ҡаршылау өсөн әҙерлек эшен башланы.

Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә уҙғарылған сираттағы кәңәшмәлә һүҙ ошо турала барҙы. Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова алып барған сарала барлыҡ предприятие, учреждение һәм ойошма етәкселәре, ҡала хакимиәте бүлектәре етәкселәре ҡатнашты.

— 20 ноябргә тиклем ҡала урамдарын, магазиндарҙы һәм сауҙа нөктәләрен байрамса биҙәүҙе хәл итергә кәрәк. Ниндәй гирляндалар һәм баннерҙар эленәсәк? Музыкаль биҙәү хаҡында ла уйларға кәрәк. Үҙәк майҙанды әҙерләүгә бигерәк етди ҡарарға бурыслыбыҙ. Шыршы ултыртыу, уға уйынсыҡтар һәм төҫлө лампочкалар элеү, майҙан биләмәһендә боҙ ҡаласыҡ төҙөү, балалар өсөн уйын ҡоролмалары булдырыу һәм башҡалар. Ҡышҡы каникул осоронда кескәйҙәр өсөн төрлө уйындар һәм ярыштар ойоштороу күҙаллана. Быларҙың барыһын да мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар менән берлектә эшләйәсәк. Шыршы байрамдарын асыу барышында «Тиҙ ярҙам» автомобиле һәм медицина хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк. Үҙәк майҙанды тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Ҡала шыршыһын 27 декабрҙә 17.00 сәғәттә асыу көтөлә. 28 декабрҙә А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында һәләтле балаларҙы ҡала хакимиәте башлығы шыршыһына йыясаҡбыҙ. 25 декабрҙән 27 декабргә тиклем ҡаланың Төйәләҫ, Көнсығыш, Байыҡтырыу, Алтын, Таусы, Арҡайым һәм Көньяҡ ҡасабаларында байрам тантаналары үтәсәк. Урындағы халыҡты күңелле музыка, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙың ҡотлауҙары, йәнле уйындар һәм бүләктәр көтә. Байрам үткән майҙансыҡтарҙа полиция хеҙмәткәрҙәренең һәм халыҡ дружинаһының дежурлығын ойошторорға кәрәк. Яңы йылды именлектә ҡаршы алайыҡ,—тине Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.

Читайте нас: