+2 °С
Облачно


—Илфат Илдар улы менән районда ошо спорт төрөн артабан үҫтереү пландары хаҡында һөйләштек. Атап әйткәндә, Аҡъярҙа махсус спорт комплексы төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Хәҙерге ваҡытта был проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итерлек партнерҙар һәм спонсорҙар эҙләйбеҙ. Балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү — беҙҙең өсөн төп бурыс. Илфат Илдар улы аша көслө һәм сәләмәт йәш быуын тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,—ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев.