Спорт
27 Августа , 11:05

Наҙгөл—Рәсәй чемпионы

  Сибай ҡалаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Наҙгөл Байғужина—интеллектуаль ҡатмарлыҡтары булған кешеләр араһында өҫтәл теннисы буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ булған тәүге спортсы.

Наҙгөл—Рәсәй чемпионыНаҙгөл—Рәсәй чемпионы
Наҙгөл—Рәсәй чемпионы

 

Наҙгөл—рух ныҡлығының, тырышлыҡтың һәм еңеүгә ынтылыштың сағыу өлгөһө. Был ҙур уңыш артында көн һайын үткәрелгән күнегеүҙәр, үҙеңде еңеү һәм өҫтәл теннисына булған сикһеҙ һөйөү ята. Уның бөтә Рәсәй кимәлендә ҙур һөҙөмтәләргә ирешеүе айырыуса ғорурлыҡ уята: ул—ике тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм Рәсәй Кубогының ике тапҡыр еңеүсеһе.

Күптән түгел уны Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Озерцов еңеүе менән ҡотланы:

—Наҙгөл Байғужинаны юғары ҡаҙанышы менән ихлас ҡотлайым! Шулай уҡ уның тренеры Артём Лежневҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уның профессионаллеге, ярҙамы һәм тәрбиәләнеүсеһенә булған ышанысы ошондай бейеклектәргә етергә ярҙам итә.

Сибай данын үҙ уңыштары менән арттырған спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Наҙгөлдөң алдағы юлында ла яңы еңеүҙәр, бейеклектәр һәм лайыҡлы наградалар күп булһын!


Автор:Резеда Валиева
Читайте нас