

Илдар Хажи ауылыбыҙ старостаһы, Сосновка ауылының " Ғимран" мәсете Имамы, спорт менән дуҫ булараҡ та ауыл халҡы, йәштәр, ололар менән тәрбиәүи, фәһемле саралар уртаһында ҡайнап йәшәй.
Рәдиф Хәҙрәт Өфө районының Шамонин ҡасабаһы мәсете Имамы.
" Атанан күргән- уҡ юнған... " башҡорт халыҡ мәҡәле тап ошо ғаиләгәлер. Рәдиф хәҙрәт Шамонин мәсетендә дини уҡыуҙар, байрамдар ойоштора. Йыл да йәйге каникул осоронда "Йәйге лагерь" эшләп килә. Унда балаларҙы ғәрәп теленә өйрәтеүҙән тыш төрлө тәрбиәүи саралар ҙа ҡаралған: милли уйындар, баш ҡаланың Иман йорттарына экскурсиялар, билдәле спортсылар, тренерҙар менән осрашыуҙар, әңгәмәләр.
Байрам спонсорҙары ла аталы- уллы Ғөбәйҙуллиндар.
Спорт байрамына ауылдаштар, йәштәр, уҡыусылар, студенттар һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар йыйылды. Уйын ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы. Барлыҡ командалар ҙа үҙҙәренең спорт рухын, етеҙлеген һәм еңергә ынтылышын күрһәтте. Байрамда ҡатнашҡан һәр уйынсы ла бүләкһеҙ ҡалманы.
1- се урын-Сосновка командаһы,
2- се -Өфөнән килгән ҡунаҡтар, "Ләззәт" командаһы,
3- сө - студенттар,
4- се - мәктәп уҡыусылары.
Сараның йылы һәм дуҫтарса осрашыуын сәй табыны, ҡорбан ашы, тәмле былау, ауыл ризыҡтары тулыландырҙы. Һыйлы табын артында матур хәтирәләр менән хәҙерге көндә ситтә йәшәгән ауылдаш егеттәр ихлас күңелдән бүлеште. Ир- егеттәр алдағы көндәргә тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйып әңгәмә ҡорҙо.
Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Байрамға әҙерлек осоронда әүҙем ҡатнашҡан ир- егеттәргә, һый- хөрмәт күрһәткән ҡатын- ҡыҙҙарға оло рәхмәттәр еткерәһе килә.
Ә ойоштороусы- Ғөбәйҙуллиндарға - Афарин! Дәрт- дарманығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зәйтүнә Рәхмәтуллина