Спорт
24 Июня , 04:00

Таусылар һынатманы

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре иң тамашалы һәм ҡатмарлы спорт ваҡиғаларының береһендә – «Геройҙар ярышы»нда ҡатнашты.

Таусылар һынатманыТаусылар һынатманы
Таусылар һынатманы

 Екатеринбургта үткән күләмле турнир бөтә илдән 135 команда йыйҙы. Ҡатнашыусылар 9 километр арауыҡты үтеп, ныҡлыҡҡа һынауҙар үтте.

Тау-байыҡтырыу комбинаты йыйылма командаһы составында Октябрьский ер аҫты руднигы проходчиктары Шәйнур Баймырҙин һәм Динар Сәниев, ОПР-ҙың скрепер лебедкаһы машинисы Виталий Попов, АТЦ-ның өлкән механигы Фәйзән Байымов, байыҡтырыу фабрикаһы механигы Ансаф Байғужин, шахта юлы үтеүҙең белгесе Айҙар Байғужин, шулай уҡ КМР һәм спорт буйынса белгес Марсель Собханғолов предприятие намыҫын яҡланы.

Дистанция һынауҙары еңел булмай: төрлө ҡатмарлылыҡтағы кәртәләр, тәрән батҡаҡлы соҡор, һылы ерҙәр һәм башҡа бик күп ҡаршылыҡтар. Һәр этап физик көс кенә түгел, ә сыҙамлыҡ, берҙәмлек һәм иптәшеңә ярҙамға килергә әҙерлек талап итә.

 Ярыш йомғаҡтары буйынса Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты командаһы 135 команда араһында 8-се урын алып, лайыҡлы сығыш яһаны.

Һыуланғандар, бысранғандар, арығандар, әммә бик ҡәнәғәттәр – тап шулай улар финиш һыҙығына килеп етә.

Бүребай таусыларын лайыҡлы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға шулай уҡ берҙәмлектә һәм рухи күтәренкелек менән тормош ауырлыҡтарын еңеп сығыуҙарын теләйбеҙ!

Таусылар һынатманы
Таусылар һынатманы
Таусылар һынатманы
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас