Спорт
22 Апрель , 06:00

Беҙҙең уҡсылар иң шәбе!

Баймаҡ егеттәре мәргәнлеге менән һоҡландырҙы.

Беҙҙең уҡсылар иң шәбе!Беҙҙең уҡсылар иң шәбе!
Беҙҙең уҡсылар иң шәбе!

Ҡалмыҡ республикаһының баш ҡалаһы Элистала Рəсəй кубогының 1-се этабы үтте. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 250-нән ашыу спортсы мәргәнлектә алышты. Башҡортостан уҡсылары уңышлы сығыш яһаны.

 

ЗД-һунар йүнәлешендә Баймаҡ районынан Ғәфүр Рахманғолов бронза миҙал яулаһа, 70 метрҙан "Төрөк путаһы" сәбенә атышта Тимур Өмөтбаев 1 урынға сыҡты. Ул Бөтə донъя күсмәндәре уйындарына һайлап алыу турының финалына үтте.

 

3Д-һунар йүнәлеше буйынса баҫҡысты тулыһынса башҡорт һылыуҙары яуланы. 1-се урын – Учалы районынан Динә Вәлеева, 2-се баҫҡыста –Белорет ҡалаһынан Айгөл Ғәлиуллина, 3-сө урынға Әбйәлилдән Гүзәлиә Дәүләтова сыҡты. Урта Азия сәбенә атышыуҙа Айгөл Ғәлиуллина 2-се, Илүзә Нурутҡолова 3-сө урын яуланы.

 

Башҡортостан мәргәндәренә афарин!

Беҙҙең уҡсылар иң шәбе!
Беҙҙең уҡсылар иң шәбе!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас