500-гә яҡын йәш спортсы “Аструм-Сибай ярым марафоны”нда «балалар старты»на баҫасаҡ. Теркәлеүселәрҙең иң бәләкәйенә ни бары 1 ай ғына, ул, әлбиттә, ата-әсәһе менән бергә «йүгерәсәк».
Ҡалған балалар өсөн йәшенә һәм әҙерлегенә ҡарап етди һынауҙар ойошторола. 25 апрелдә махсус йыһазландырылған һыҙатта иң бәләкәй ҡатнашыусылар символик йөҙ метрлыҡ араны үтәсәк, ә йәш йүгеректәрҙең “ветерандары” дүрт йөҙ метрҙы тиҙлеккә уҙасаҡ.
--"Балалар старты”нда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе буласаҡ. Кемдер үҙенең
тәүге иҫтәлекле миҙалын аласаҡ, ә кемдер коллекцияны тулыландырасаҡ. Быйыл балалар өсөн старт пакетында брендлы эшләпәләр әҙерләнек. Төрлө йәштәге һәм төрлө әҙерлек кимәлендәге йүгереүселәрҙе көтәбеҙ. Ә беҙ яҙғы йүгереүҙе бөтә ғаилә өсөн ҙур байрамға әйләндерергә тырышасаҡбыҙ!"- тип һөйләне “Аструм-Сибай ярым марафоны”н ойоштороусы Дмитрий Бабин.
Ярым марафондың төп программаһы 26 апрелдә үтәсәк. Ҡатнашыусылар теләһә ниндәй зауыҡҡа һәм әҙерлек кимәленә дистанцияны һайлай ала: классик-- 21,1 км, тиҙлек һөйөүселәр өсөн--10 км, тәү ҡат ҡатнашыусылар өсөн 5 км йәки ғаилә йүгереүе өсөн символик 2 км.
Трассала профессиональ пейсмейкерҙар эшләйәсәк. Улар йүгереүселәргә ритмдан тайпылмаҫҡа ярҙам итәсәк. Ҡатнашыусыларҙың бурысы--амбициоз маҡсат ҡуйыу һәм уңайлы темп һайлау. Финиш һыҙығын үткән һәр кем иҫтәлекле миҙал аласаҡ. Ә бына иң тиҙ атлеттарҙы күңелле бонус--аҡсалата бүләктәр көтә. Был көндө Сибай музыка һәм яҡшы кәйеф ҡалаһына әүереләсәк. Тамашасыларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы сағыу концерт программаһы көтә, ул йүгереүселәргә дәрт өҫтәһә, байрам ҡунаҡтарын энергия менән тултырасаҡ. Урал аръяғынәң баш ҡалаһында һәр кем үҙен чемпион итеп тоя ала.