«Спорт наркотиктарға ҡаршы» акцияһы сиктәрендә уҙғарылған ярыш йәштәрҙә патриотизм тәрбиәләүгә, йәштәр араһында алкоголизмды, наркоманияны һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә, көрәште үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән ине.
Әйткәндәй, Рафаэль Ҡолғарин иҫтәлегенә ярыштар йыл һайын үткәрелә. Иң тәүҙә 1990 йылда Йомағужа мәктәбендә ойошторола. 1993 йылдан башлап ярыштарҙа күрше райондарҙан уҡыусылар ҡатнаша. 1999 йылдан ул район-ара статус ала.
Яугир яҡташыбыҙ Рафаэль Ҡолғарин Афғанстанда хәрби хеҙмәт үтә. 1981 йылда дошмандың 9 ут асыу нөктәһен юҡ итә. Ауыр яраланып, хәрби госпиталдә һәләк була. «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены һәм СССР Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Батыр хөрмәтенә Йомағужа ауылында обелиск ҡуйылған.
Был юлы милли көрәш буйынса ярышта Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура, Әбйәлил, Күгәрсен, Бөрйән райондарынан спорт һөйөүселәр ҡатнашты. Уҡыусылар—13, олалар 5 йәш категорияһында һынау тотто. Дөйөм командалар араһында Йылайыр көрәшселәренә етеүселәр булманы. Икенсе урынға—баймаҡтар, өсөнсөгә ейәнсуралар сыҡты. Шулай уҡ үҙ категорияһында еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.