Ярыш көсөргәнешле һәм сәмле барҙы. 1-се урынды - Таулыҡай ауылының өлкәндәр командаһы, 2-се урынды - Беренсе Этҡол егеттәре, 3-сө урынды Таулыҡай ауылының йәштәр командаһы яуланы.
Сараның спонсорҙары—мәрхүм яугирҙең ҡатыны Эльвира Сәғит ҡыҙы, ҡустыһы Булат Рәжәп улы һәм уның ҡатыны Айгөл, улы Мөхәмәт Р
әжәповтар берәүҙе лә бүләкһеҙ ҡалдырманы.
Ҡыҙыу барған ярышты ауылдаштары, туғандары, яугирҙең Афғанстанда бергә хеҙмәт иткән хеҙмәттәштәре күҙәтте, командаларҙы дәртләндереп торҙо.
Спорт һөйөүселәр ярыштан көс-ҡеүәт алып, ойоштороусыларға һәм мул табын әҙерләүселәргә рәхмәт әйтеп таралышты.
Батырҙар рухына егеттәр тап төшөрмәҫ!
Сыңғыҙ мәктәбендә үткән ярыш хаҡында яугирҙең ауылдашы, Ярат ауылы мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева былай тип яҙа:
Ярыш алдынан батыр яугирҙең орден-миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, яугир тураһында мәҡәләләр сыҡҡан гәзит-журналдарҙан күргәҙмә ойошторолдо. Шулай уҡ, Тимерйән Рәжәп улы үҙе иҫән саҡта мәктәптә музей ойошторорға ниәтләп алып киленгән экспонаттар ҙа ҡуйылған ине.
Яугир яҡташыбыҙҙы хөрмәтләп ихтирам һүҙҙәрен әйтергә теләгән һәр кем үҙҙәренең күңел түренән сыҡҡан хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ауыл хакимиәте башлығы Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы, район администрацияһы вәкиле Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы, мәктәп директоры Имамбаев Рифат Рәшит улы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Яҡупов Илдар Ғәрифулла улы, ир-егеттәр ҡоро рәисе Усманов Нур Мортаза улы, шулай уҡ бер туған ҡустыһы Булат Рәжәп улы һәм ҡатыны Эльвера Сәғит ҡыҙының хәтирәләре һәр кемдең күңеленә үтеп инде.
Ир-егеттәр ҡоро рәисе Усманов Нур Мортаза улы ауылдың бер урамына Тимерйән Рәжәпов исеме бирергә кәрәк,- тигән эшлекле тәҡдим индерҙе. Был тәҡдимде ауылдаштар күтәреп алды.
Эльвира Сәғит ҡыҙы уның тураһында: “Алдына алғанын эшләмәйенсә ҡуймай торған кеше ине. Бына Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыр алдынан хатта Штыревка ауылы эргәһенән батырҙың һәләк булған урынынан бер тоҡ тупраҡ алып ҡайтып, һәйкәл ҡуйылған ергә һалды. Шулай итеп, батырҙың ҡаны тамған тупраҡ тыуған яғыбыҙға ҡайтып ятты”-тине.
Булат Рәжәп улы МХО–ға гуманитар ярҙам менән барған ваҡыттағы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Петровск ҡалаһында йөрөгәндә бер ҡатын унан: “Һин беләһеңме, Тимерйән ағайыңдың кем икәнлеген?”-тип һорай.
-Нисек инде үҙ ағайымды белмәҫкә? Бергә үҫтек, бергә ашап-эстек, бергә йәшәнек,- тип яуаплай Булат Рәжәп улы.
-Ә һин беләһеңме уның 2015 йылда Донбасс, Луганск халҡын аслыҡтан ҡотҡарып ҡалыуын? Шул ваҡытта беҙ ҙә референдум үткәреп, айырым республикалар булып бүленеп сығырға уйлағайныҡ. Әммә беҙҙә хәрби бәрелештәр башланды. Ашарға аҙыҡ - түлек бөттө, тәьминәт юҡ. Халыҡ ас, балалар уҡымай өйҙәрҙә ултырҙы. Шул ваҡытта Тимерйән Рәжәп улы егеттәрен ойоштороп, Башҡортостандан фуралар менән күпләп он, шәкәр, башҡа төрлө аҙыҡ-түлек алып килеп пекарнялар астылар. Халыҡты ас үлемдән ҡотҡарҙылар. Тимер мейестәр, буржуйкалар, генераторҙар ташынылар. Ошо ваҡыттан алып Тимерйән Рәжәп улын бөтә халыҡ ихтирам итә, дядя Тимур тип йөрөтә башлай.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ағайымдың өйөндә төрлө организацияларға хаттар яҙып, ярҙам эҙләп ултырыуы иҫкә төштө. Шунан ошо ярҙамды райондар буйлап йөрөп йыйып ала торғандар ине.
Бер тапҡыр октябрь айында миңә лә килеп, Донасста балалар уҡый алмай ултыра, мәктәп ҡыйығынан һыу үтә тип таҡталар таптырып алды. Бер фура таҡта тейәтеп ебәргәс аптырашта ҡалдыҡ. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең ишеккә туҡылдатып, килеп әйтмәһәләр, ҡайҙалыр балалар ас ултыра, уҡый алмай тигән уй башҡа ла инеп сыҡмай бит инде. Ә ағайым шундай ҙур проблемаларҙы үҙенеке кеүек күреп хәл итеп йөрөгән. Халыҡты аслыҡтан ҡотҡарып ҡалған! Был турала үҙенең бер тапҡыр ҙа һөйләгәнен иҫләмәйем.
Петровск ҡалаһындағы мәктәпкә капиталь ремонтты ла юллап ала Тимерйән ағай. Беҙ Донбасс, Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам менән барған ваҡытта ундағы һәр баланың Башҡортостан батыры Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһын яттан белеүенә лә хайран ҡалдыҡ. Бөтәһе лә “башҡорттар килде” тип беҙҙе ихтирам итеп тора. Шайморатовтың һәләк булған ерендә ҡуйылған һәйкәлгә, Петровск ҡалаһындағы мәктәпкә, Башҡорт атлыларына арналған скверға алып йөрөйҙәр, үҙҙәренең тәрән ихтирамын күрһәтәләр.
Тимерйән ағайым 2022 йылда коронавирус башланып киткәс, Шайморатов исемендәге волонтерҙар отряды төҙөп, өйҙән сыға алмай ятыусыларға продукты ташып, дарыуҙар ташып йөрөүҙе лә ойошторҙо. Шулайтып булған ергә ҡайҙан өлгөргәндер, нисек аҡса тапҡандыр, нисек бөтә ергә һүҙе үткәндер тип хайран ҡалам. Уны хатта полковник, подполковник дәрәжәһендәге кешеләр ҙә НАШ КОМАНДИР тип йөрөтәләр. Ул беҙҙең командир булды бит инде тип әйтәләр. Бына шундай ихтирамлы кеше ине Тимерйән Рәжәп улы. Уның исеменә үткәрелгән волейбол ярышына килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтемде белдерәм, -тип һүҙен тамамланы Булат Рәжәп улы.
Артабан ярышҡа килгән 7 команда араһында сәмле ярыш башланып китте. Ярышҡа килеүселәрҙе, көйәрмәндәрҙе мәктәп ашханаһында Булат ҡустыһының ғаиләһе әҙерләгән табында һыйланылар. Ураҙала булыусыларға кис еткәс, ифтар үткәрҙеләр.
Ярышҡа килеүселәр дәртләнешеп бер-береһенә сетка аша туптар осорған ваҡытта, батырҙың туғандары, мәктәп уҡытыусылары, ауыл активы берләшеп, Тимерйән Рәжәп улының хыялы- “Батырлыҡ” музейы асыу тураһында кәңәш ҡорҙо. Ниндәйерәк экспонаттар ҡуйырға, стендтарҙы ниндәй йөкмәтке менән эшләргә, экспонаттарҙы урынлаштырыу өсөн стеллаждарҙы нисегерәк эшләтергә кеүек һорауҙарға яуаптар эҙләнеләр. Айырым музей эшләргәме, әллә инде музей-кабинет булдырырғамы,- тигән һорау ҙа ҡалҡып сыҡты. Әммә, минеңсә, музей-кабинет булһа, яҡшыраҡ булалыр. Был тарих кабинеты булып, үҙебеҙҙең тыуған ерҙең батырҙарына арналһа, бигерәк тә һәйбәт буласаҡ. Шунда уҡ Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған стенд та урын алыр ине, Тимерйән Рәжәпов тураһында яҙырға ла урын етер ине, Һуғыш ветерандары ла, афған, МХО геройҙары ла ситтә ҡалмаҫ ине, тигән фекерҙәмен.
Киләһе йылдарҙағы турнирҙар ҙа Мәңгелек һалдат булып ҡалған ҡаһарман ауылдашыбыҙ Тимерйән Рәжәповтың яҡты иҫтәлегенә бағышлап асылған музейға (музей-кабинетҡа) экскурсиянан башланыр ҙа, үҙе һымаҡ дәртле һәм сәмле ярыштар менән тамамланып торор тип ышанабыҙ.
Батырҙарҙың исемдәре үлемһеҙ! Улар мәңге беҙҙең йөрәктә!