Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Февраль , 09:45

Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар!

Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында махсус хәрби операцияла йәшләй генә батырҙарса һәләк булған Марсель Фирғәт улы Ғәбитов иҫтәлегенә спорт ярыштары уҙҙы. Бер яҡтан хәсрәт, юҡһыныу, һағыныу хистәре сорнағандай булһа, икенсе яҡтан әйтеп аңлатҡыһыҙ ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Үҙ теләге менән ил һағына баҫҡан Марселдең аҙаҡҡаса рух ныҡлығын юғалтмауы, ҡаты яраланһа ла, ҡайтыуҙан баш тартып, иптәштәре янында ҡалыуы, ҡыйыулығы, ысын ир-егеттәргә хас характеры ата-әсәһендә, яҡындарында, ауылдаштарында, ысынлап та, ғорурлыҡ уята. Ә уның иҫтәлегенә спорт ярышы үткәреүҙе хуплап, күтәреп алған һәм сәмләнеп ярышҡан ир-егеттәр был хисте арттыра ғына. Көн буранлап торһа ла, батыр егет рухына ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, 8 команда ярышҡа килә. Баймаҡ районының Әбделкәрим, Ишмырҙа, Йылайыр районының Матрай, Юлдыбай ауылдарынан йыйыла улар.

Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар!
Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар!

--Улыбыҙ иҫтәлегенә ярыш үткәрәбеҙ тигәйнек, беҙҙең спорт һөйөүсе егеттәребеҙ Рәмзил Әбдрәхимов, Юнир Сәйфуллин, Рушан Кәримовтар ҡуш ҡуллап ризалашты. Улар бындай сараны бер бөгөн үткәрмәй. Йыл да элекке физкультура уҡытыусыһы, әле 80 йәшкә етеп барыусы Ғилметдин Ғәләүетдин улы хөрмәтенә, элекке ауыл хакимиәте башлығы Һаҙый Әбдрәхим улы иҫтәлегенә ярыштар уҙғаралар. Бының менән улар 15 йыл дауамында шөғөлләнә, Әбделкәримдә, күрше ауылдарҙа ярыш ойошторалар. Марсель улыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә бағышланған сараға 8 команда килде, шуның ҡап яртыһы—ветерандар, ҡалғаны—йәштәр. Кемеһелер төнгө сменанан эштән сығып килгән, кемеһелер ураҙа тота, әммә ярыштан баш тартмаған. Тырышып, сәмләнеп волейбол уйнанылар. Шулай уҡ шашка, теннис ярыштары барҙы. Унда оло-оло ағайҙар ҙа, уҡыусы балалар ҙа ҡатнашты. Беҙҙең спорт яратҡан, еңеүгә ынтылған шундай ир-егеттәребеҙ булыуына һоҡландым, ҡыуандым. Ғаиләбеҙ менән спонсор булдыҡ, береһен дә бүләкһеҙ ҡалдырманыҡ. Өфөлә хәрби госпиталдә эшләүсе ҡыҙыбыҙ, Марселдең һеңлеһе Азалия ла ҡайтты. Иртәнән кискәсә өҫтәл әҙерләп, бишбармаҡ, былау менән һыйлап, һәммәһен дә ашатып, хөрмәт күрһәттек. Улыбыҙ рухын ихтирам итеп килеүсе командаларға шул тиклем рәхмәтлебеҙ. Изге айҙа Марселде иҫкә алып, уны яҡшы уйҙар, изге ғәмәлдәр менән хәтерләүселәргә хөрмәт-рәхмәтебеҙ сикһеҙ,--ти Сәғирә Илһам ҡыҙы Ғәбитова.

Эйе, ысынлап та, ярыш сәмле бара. Бөтө командалар ҙа сос, оҫта, йылғыр. Сәғирә Илһам ҡыҙы әйтеүенсә, туп та, егеттәр ҙә “осоп” ҡына йөрөгән, уларҙы күҙәтеүе үҙе бер кинәнес булған.

Шулай итеп, Йәштәр командаһы араһында Юлдыбай командаһы – беренсе, әбделкәримдәр – икенсе, матрайҙар өсөнсө урын яулаған.
Ветерандар командаһы араһында матрайҙарға етеүсе булмаған, икенсе урын—Юлдыбай, өсөнсө урын Ишмырҙа командаһында.

Юлдыбайҙан Искәндәр Усманов, Кәрим Ҡоғашев, Ишмырҙанан Азамат Үзәкин иң яҡшы уйынсылар тип табылған.


Афарин, егеттәр! Һәр саҡ сәмле, ғәмле булығыҙ, сәләмәт, айыҡ тормошто һайлағыҙ. Марсель кеүек ил тыныслығы хаҡына үҙ ғүмерен биргән егеттәрҙе онотмағыҙ!

Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар!
Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар!
Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар!
Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар!
Ғорурланырлыҡ егеттәребеҙ бар!
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас