Физкультура-һауыҡтырыу комплексы ремонтҡа мохтаж, тип билдәләне Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренсә, бинаның ҡыйығы яраҡһыҙ хәлгә килгән. Премьер-министр район хакимиәте етәкселегенә капиталь ремонт проектын әҙерләргә ҡушты.
«Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексында 490-ға яҡын бала һәм үҫмер шөғөлләнә, 14 тренер эшләй, комплекстың үткәреү һәләте – сәғәтенә 128 кеше.
«Был муниципалитет өсөн төп спорт объекты булып тора. Бында буласаҡ чемпиондар тәрбиәләнә, уҡыусылар шөғөлләнә, көслө тренерҙар эшләй, ә спортсылар республикала һәм унан ситтә танылыу яулай. Балалар ҙа, өлкән быуын да бында ҙур теләк менән килә», — тип билдәләне Назаров.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-19/v-zilaire-bashkirii-otremontiruyut-fok-4585372