Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль , 20:50

Йәнтештәр балыҡ тота

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылының Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты.Ҡыш йылғала мәке уйып балыҡ тотоу – күптәрҙең яратҡан шөғөлө. Районыбыҙҙағы йылға-күлдәрҙә балыҡсылар һуҡмағының ҡыш дауамында өҙөлөп торғаны юҡ. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Йәнтеш ауылында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо.

Йәнтештәр балыҡ тота
Йәнтештәр балыҡ тота


2026 йыл Рәсәйҙә -Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда- Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һәм Ватанды һаклаусылар көнөнә бағышлап үтте.

Унда был спорт төрөн үҙ итеүсе дүрт тиҫтәнән артыҡ кеше ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, балыҡ ҡаптырыу һуңғы йылдарҙа айырыуса популярлашты. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа спорттың был төрөнә күберәк тартыла. Быйылғы ярышта ла илаһи зат вәкилдәре лә үҙ-ара көс һынашты. Ярышҡа старт бирелгәндән һуң, оҙаҡ та көттөрмәй ҡалҡауыстар сиртә башланы һәм беренсе балыҡтар пәйҙә булды. Бәйге талаптары буйынса ике сәғәт ваҡыт эсендә иң күп балыҡ тотоусылар финалға сыҡты.

Шул рәүешле Илмир Мөҙәрис улы Искужин–42 балыҡ тотоп беренсе урын яуланы, боҙ тишкес бүләк иттек. Икенсе урында Фәррәх Байғусҡаров, өсөнсө урында Вәлиәхмәт Искужин яуланы.
Ярышта ҡатнашыусы һәр кемгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Бәйгене ойоштороуҙа Атингән ауыл биләмәһе башлығы Айнур Әбделхай улы Юнысов һәм махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы "Спутник" ҡушаматлы ауылдашыбыҙ ярҙам күрһәтте. Ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Байрам аҙағында һәр кем усаҡта бешерелгән ҡайнар балыҡ ашынан һәм самауырҙа ҡайнаған сәйҙән ауыҙ итте.
Аш бешереүсе ҡатын -ҡыҙҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, ғаила именлеге теләйбеҙ.

мәғлүмәт һәм фото Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йорто сәхифәһенән

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас