Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Ғинуар , 10:45

Саңғысылар йыйылды

Саңғысыларҙың түҙемлелеге, етеҙлеге, еңеүгә ынтылыша һәр кемде һоҡландырҙы.

Саңғысылар йыйылды
Саңғысылар йыйылды

Баймаҡ районының йәмле Граф буйында Урал аръяғының саңғысылары йыйылды. Улар муниципаль хеҙмәт ветераны Әхәт Һиҙиәт улы Байсурин иҫтәлегенә ойошторолған саңғы уҙышы беренселегендә ҡатнашты.

Ярыш өс йәш категорияһында уҙғарылды. Саңғысыларҙың түҙемлелеге, етеҙлеге, еңеүгә ынтылыша һәр кемде һоҡландырҙы. Финишҡа етеүселәрҙе көйәрмәндәр көслө алҡыштар, ә Мерәҫ ауылы ағинәйҙәре йылы былау, борлап торған самауыр менән ҡаршы алды.

—Беҙҙең ғаилә өсөн бөгөн тулҡынландырғыс һәм ҡыуаныслы көн. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, саңғысылар йыйылған. Атайыбыҙҙы онотмауҙары, йылы хәтирәләр менән иҫкә алыуҙары һөйөндөрә,—тине Илгиз Әхәт улы.

Ярыш еңеүселәре иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Һәр кем саңғы уҙышынан күтәренке кәйеф менән ҡайтты. Әхәт Байсурин хөрмәтенә уҙғарылған уҙыш традицияға әүерелеренә шик юҡ.

Саңғысылар йыйылды
Саңғысылар йыйылды
Саңғысылар йыйылды
Саңғысылар йыйылды
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас