Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар , 14:30

Әйҙә, саңғы шыуайыҡ!

--Мизәлә Миратовна, Минзәлә Миратовна,--тигән тауышты ишетеп тәҙрәнән тышҡа күҙ һалһам, саңғы таҡҡан өс бала тора.

Әйҙә, саңғы шыуайыҡ!
Әйҙә, саңғы шыуайыҡ!

Миңзәлә Үҙәнбаева - ғүмеренең 42 йылын балалар тәрбиәләүгә бағышлаған тәрбиәсе. Баймаҡ районы Ғүмәр ауылындағы һәр бала уның ҡулында үҫкән тип әйтерлек. Кескәйҙәргә ул күңел йылыһын, көсөн, ваҡытын йәлләмәй. Уларҙы төрлө ярыштарға алып йөрөй, һәр яҡлап һәләттәрен аса.

Бөгөн, ял көнө, тәрбиәсе өйөндә эш менән булып йөрөгәндә "Миңзәлә Миратовна" тип ҡысҡырған тауыш ишетеп ҡала ла тәҙрәнән тышҡа күҙ ҡала. Ҡараһа, өс тәрбиәләнеүсе саңғыла килгән дә тәрбиәселәрен саңғы шыуырға саҡыра икән.

--Был бәләкәстәр бер туған. Димаға -7, Женяға -4, Әминәгә 3 йәш. Аталары Александр Орлов махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалды. Балаларҙы әсәләре Гөлсәриә Төхвәт ҡыҙы яңғыҙ үҫтерә. Яңыраҡ ул балаларына саңғы алып биргән. Бәләкәстәр балалар баҡсаһында саңғы алыуҙары хаҡында ҡыуанып һөйләне, саңғыға сығайыҡ тип теләк белдерҙе. Көн бер аҙ йылынғас, сығырбыҙ, тип вәғәҙә биреп ҡуйғайным. Шуны иҫтәрендә тотоп бөгөн миңә килеп ҡысҡырып торалар икән. Вәғәҙә - иман, сыҡтым бәләкәстәр менән,--ти тәжрибәле тәрбиәсе.

Миңзәлә Мират ҡыҙы әйтеүенсә, Дима бик отҡор бала. Шашка буйынса район ярышында призлы урындар ала, ул - Ғүмәр балалар баҡсаһының ғорурлығы. Дима "Мы Гагаринцы" республика конкурсының муниципаль этабына ла сыҡҡан. Тиҙҙән үҙ көсөн, белемен һынап ҡараясаҡ. Уңыштар теләйек!

Әйткәндәй, Миңзәлә Үҙәнбаева шәп тәрбиәсе генә түгел, үҙе лә шәп спортсы. Мәктәптә уҡыған йылдарынан саңғыны ташламай. Кисә Граф күлен янында муниципаль хеҙмәт ветераны Әхәт Байсурин иҫтәлегенә уҙған төбәк ярышында ҡатын-ҡыҙҙар араһында икенсе урын яулап ҡайтҡан. Ҡотлайбыҙ!

Йәнә ул бынамын тигән хужабикә, яратҡан ир ҡатыны, хәстәрлекле әсә лә. Тормош иптәше менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары - балалар баҡсаһында музыкаль тәрбиәсе булып, әле дүртенсе бәпесе менән декрет ялында.
Үҙәнбаевтарҙың бер улы хәрби юлдан китһә, икенсеһе сәнғәткә ғашиҡ. Өлгөлө, уңған ғаиләлә үҫкән балалар үҙҙәре лә булдыҡлы, уңыштар яулап ҡына тора. Ә Миңзәлә Миратовнаның күңел йылыһы ейән-ейәнсәрҙәренә генә түгел, Ғүмәр ауылы балаларына ла етә. Афарин! Һоҡланабыҙ!

Әйҙә, саңғы шыуайыҡ!
Әйҙә, саңғы шыуайыҡ!
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас