Шахматсыларҙың барыһы ла интелектуаль ярышта бар күңелен һалып уйнаны, әммә финалға иң лайыҡлылар сыҡты: уҡыусылар араһында беренсе урын Боҫҡонов Ғайсар, икенсе урын Нурғалин Рәфил (5 класс), III урын Әминев Ғәзиз (9 класс) яуланы. Ололар араһында беренсе урын Байраҡаев Ғәҙел (Таһир ауылы), икенсе урын Ямалов Ғәфүр, өсөнсө урын Садыҡов Фәнүр Фәрит улы лайыҡ булды һәм барыһы ла аҡсалата призға, сертификатҡа, миҙалға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
Юламанов Әнүәр, Әминев Рафиҡ, Ямалов Хәдит, Кәримов Рәмил ағайҙар ҙа ярыштан ситтә ҡалманы, һәр турҙа сәмләнеп уйнаны. "Шахмат уйыны бөтөн донъяға таралған аҡыл көсө, зирәклек талап иткән сәмле уйындарҙың береһе. Ул уйлау, фекерләү ҡеүәһен арттыра, хәтерҙе яҡшырта", - тиҙәр ярышта ҡатнашыуысы ир-егеттәр.
Көсөргәнешле уйынындың судъяһы Баймаҡ ҡалаһынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, үҙе лә балаларҙы шахмат һәм шашка серҙәренә өйрәтеүсе тәжрибәле тренер Зөбәйеров Зөлфәр Абдулла улы ярышта ҡатнашыусыларға юғары баһа ҡуйҙы. Был турнирҙың йыл да үткәрелеүен теләп ҡалды.
Ярышты ойоштороусы, бағымсы, мәрхүмдең улы, Көнъяҡ Урал "Алтын" төркөм компанияһы водителе булып эшләүсе Наил Кәримов: "Беҙҙең атайыбыҙ оҙаҡ йылдар балаларҙы белем серҙәренә генә түгел, шахмат уйнау серҙәренә лә өйрәтте. Уның уҡыусылары, ауылдаштары әле лә атайыбыҙҙы тик яҡшы яҡтан ғына хөрмәтләп иҫкә ала. Шахматҡа булған һөйөү уҡыусыларында һаҡлана. Бик күптән уйлап йөрөгән хыялымды бөгөн тормошҡа ашыра алдым. Шахмат ярышы уйлағандан да яҡшыраҡ килеп сыҡты. Минең тәҡдимемде күтәрмәләп алған һәм аҙағына тиклем үткәреүҙә ярҙам иткән ауыл китапханасыһы Райхана Булатоваға рәхмәтлемен. Шахмат уйынына килгән ир-егеттәргә, тәмле аш-һыуҙары менән һыйлаусы клуб мөдире Сәғилә Ғайсинаға, ағинәйҙәр Миңһылыу Әхмәҙина, Нәсимә Боҫҡоноваларға, бер туғандарыма, бар яҡтан да ярҙам иткән ҡыҙым Иркәгөлгә рәхмәт! Йорт-илдәр тыныс булһын, яуҙа йөрөгән ир-егеттәр имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Уларға әҙ булһа ла ярҙам итеү маҡсатынан аҡсалата ярҙам бирәм".
Шахмат уйнау тәбиғәттән бирелгән һәләт, уны үҫтерергә кәрәк. Тырышлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс булғанда бар ярыштарҙа ла юғары һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Артабан да уңыштар һеҙгә, шахматистар! Ҙур рәхмәт, Наил! Бик күптәрҙе шахмат серҙәренә өйрәткән атайығыҙ Вил Усман улының рухы шат булһын. Сәмле ярыш, ауылдаштарҙың бер-береһе менән ихлас аралашыуы күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Райхана Булатова, китапханасы.