Баймаҡ районы Мерәҫ ауыл биләмәһенә ҡараған округтар араһында "Айыҡ ауыл-2025" республика конкурсы сиктәрендә "Күмәк кросс" эстафетаһы ойошторолдо.
Күптәргә мәғлүмдер: йүгереүҙең һаулыҡҡа файҙаһы бик ҙур. Ул кәйефте лә күтәргәнен мерәҫтәр бик яҡшы белә. Шуға ла эстафетаға бик әүҙем, ныҡлы әҙерлек менән ҡушылды. Ярыш ауыл советы бинаһы янында старт алды. Етеҙҙәр А. Игебаев, С. Юлаев, Ирәндек һәм М. Ғәфури урамдары буйлап 1500 метр араны үтеп финишҡа килеп етте. Уҙышта бөтәһе биш команда һәм дүрт депутат ҡатнашты.
Аҙаҡҡаса барып етеү өсөн күп көс һәм ныҡышмаллыҡ талап ителә. Ярышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең ныҡлығын, татыулығын күрһәтеүгә өлгәште. Командалар берҙәмлектә көс булғанын йәнә бер ҡат иҫбат итте. Эстафетаға килеүселәрҙең йәше, һөнәре һәм шөғөлдәре төрлө булһа ла, спортҡа һөйөүҙәре бер ине. Йүгереүселәрҙе көйәрмәндәр дәртләндереп торҙо. Финишта мул һәм йылы сәй табыны менән ҡаршы алдылар.
Ярышта "Иң оло ҡатнашыусы" исеме Алһыу Әшрәф ҡыҙы Замановаға, "Иң йәш ҡатнашыусы" исеме Хоҙайберҙин Йәмил Йәнтимер улына бирелде.
I урынды - "Мәктәп"округы (депутаты Кәрим Тимерғәле улы Ситдиҡов), II урынды "Аҡминде" округы (депутаты Ләйсән Муллахмәт ҡыҙы Ямантаева), III урынды "Шишмә" округы исеменән сығыш яһаусы Илгиз һәм Зөлфиә Утарбаевтар һәм Вилдан Якупов яуланы. IV урын - "Парк" округына (депутаты Шамил Сәғәҙей улы Нәҙербаев), V урын "Ирәндек" округына (депутаты Нурия Ирек ҡыҙы Яҡшығолова) бирелде. Әйткәндәй, Нурия Ирек ҡыҙы үҙ округы йүгереүселәренә дәртләндереү приздары әҙерләгән ине: "Йондоҙ" матурлыҡ салонына сертификаттар һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.
Афарин, мерәҫтәр! Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!
Айһылыу Даутбаева.