Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Октябрь 2025, 10:10

Зиһенде һынар уйын

Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары зиһенде, фекерләүҙе үҫтерер шашка уйынын бик ныҡ ярата.

Зиһенде һынар уйын
Зиһенде һынар уйын

 Йылайыр ауылындағы Ш.Бабич исемендәге башкорт гимназияһында белем алған "йәш шайморатовсы"лар араһында шашка буйынса турнир уҙҙы. Был сара Республика көнөнә һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арнап уҙғарылды.
Шашка буйынса турнирҙа 7а, 8а, 8б һәм 9а "Шайморатов кластары" уҡыусылары көс һынашты. Турнир башында шашка һөйөүсе спортсыларҙы гимназияның "Шайморатов кластары" кураторы Гөлгөнә Гәрифйән ҡыҙы Таһирова сәләмләп, сәмле уйын, еңеүҙәр һәм һәр ваҡыт илһөйәр булып ҡалыуҙарын теләне.
Гимназиябыҙҙа шашка һәм шахмат буйынса эшләгән тренер Татьяна Агафоновна Сучкова уйынды ойошҡанлы итеп уҙғарҙы. Малай һәм ҡыҙҙар дәртләнеп, ҙур азарт менән уйнаны.
40-ка яҡын шашкасынын уйынын контролдә тотоу, һәр еңгән спортсыны теркәп барыу өсөн дә күп көс кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уйын аҙағында еңеүселәр билдәләнде.
Малайҙар араһында пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына 9-сы А класы уҡыусыһы Фәрүәз Игебаев баҫһа, икенсе баҫҡысҡа уның класташы Арыҫлан Мостафин күтәрелде. Беренсе урын иһә 7-се класс "шайморатовсы"һы Нургиз Нурғәлингә бирелде.
Ҡыҙҙар араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: 9-сы А класы уҡыусыһы Мәликә Байсурина - өсөнсө, 7-се класс уҡыусыһы Самира Дәүләтбәкова - икенсе, ә 8-се Б класы уҡыусыһы Фатима Мәмбәтов беренсе урын яуланы.
Командалар араһында 9-сыларга (класс етәкселәре Айгөл Әхмәр ҡыҙы Уракова) еткәндәр булманы, улар беренсе урын яуланы. Икенсе урын 7-се класс "шайморатосы"ларына бирелде (класс етәкселәре Сулпан Йәмил ҡыҙы Байморатова). Өсөнсө урынды 8-се А (Гөлгөнә Гәрифйән ҡыҙы Таһирова) һәм 8-се Б (Айгөл Шамил ҡыҙы Лоҡманов) бүлеште.
Ҡотлайбыҙ, "шайморатовсы"лар! Афарин!
Бар яҡлап уңған, киң эрудициялы һәм спорт һөйөүсән булып ҡалығыҙ!

 

 

 

 

Г.Таһирова.

Зиһенде һынар уйын
Зиһенде һынар уйын
Зиһенде һынар уйын
Автор:
Читайте нас