Баймаҡ хакимиәте хәбәр итә:
Баймаҡ уҡсылары халыҡ-ара турнирҙа миҙалдар яуланы.
11-15 сентябрь Дағстан республикаһының Сулаҡ үҙәгендә (каньонында) уҡ атыу буйынса 9-сы CANYON-25 исемле халыҡ-ара турнир уҙҙы. Ярышта бөтәһе 162 уҡсы ҡатнашты. Башҡортостан исемен яҡлап 20 уҡсы сығыш яһаны.
Шуларҙың 4-һе беҙҙең Баймаҡ районынан: Рахманғолов Ғәфүр, Өмөтбаев Тимур, Ибраһимов Илдус һәм Исрафилова Луиза.
Турнир үҙ эсенә ЗД-һунар, тиҙ атыш һәм 50 метрға атыу кеүек ярыштарҙы индерҙе.
ЗД-һунар буйынса Ғәфүр Рахманғолов 4-се урынға лайыҡ булды. Тиҙ атышта Тимур Өмөтбаев 3-сө урын алды. 50 метрға атышҡанда 2-се урын-Ғәфүр Рахманғолов, 3-сө урын-Тимур Өмөтбаев.
Уҡсыларыбыҙҙы шундай ҙур еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!Киләсәктә уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!