Ғафури районының күркәм урындарының береһендә, Имәндәш ауылы янында, йыл һайын һыбайлы килеш уҡ атыу атыу һәм традицион уҡ атыу турниры уҙғарыла. Ярышта Башҡортостан Республикаһының күп райондарынан, атап әйткәндй Ғафури, Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Учалы, Әбйәлил, Ишембай, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ райондарынан, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан һәм хатта Татарстандың Алабуғаһынан уҡсылар ҡатнашты. Был сара ысын мәғәнәһендә уникаль. Тәүге тапҡыр ул 2016 йылда Уҡлы Ҡая итәгендә үтте һәм шул ваҡыттан алып Ғафури районында уҙғарылып килә. Боронғо башҡорт йолаларының тергеҙелеүен һәм спортҡа һөйөүҙе һынландырып тора ул.
Баймаҡтар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: Өмөтбаев Тимур — икенсе, Ә Рахманғолов Ғафур өсөнсө урынды алды. Яңы уҡсылар араһындалуиза Исрафилова айырылып торҙо һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды.