Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Апрель 2025, 15:30

Уҡ-һаҙаҡ тотоп ҡулдарына

Әбйәлил районы Ҡолоҡас ауылында урынлашҡан "Ирәндек" балалар лагеры биләмәһендә милли йәйәнән уҡ атыу турниры үтте. Ирәндек тауы башланған ерҙә һәм йәмле Ҡыҙыл йылғаһы буйында тәүге тапҡыр ойошторолған турнир Сура батыр иҫтәлегенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылына, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Унда Урал аръяғы райондарынан 60-ҡа яҡын уҡсы мәргәнлектә ярышты. Ҡағиҙә буйынса ярыш "Төрөк путаһы" (70 метр ир-егеттәр, 60 метр ҡатын-ҡыҙҙар) һәм "Көмбәҙ" (30 метр) сәптәре буйынса алып барылды. Уҡсылар тәжрибәләренә ҡарап өйрәнсектәр һәм оҫта атыусылар категорияһына бүленеп, ир-егеттәр айырым, ҡатын-ҡыҙҙар башҡа һынау тотто. Турнирҙа Сибай ҡалаһының Хөрмәт Таһиров етәкселегендәге “Ирәндек уҡсылары” клубында шөғөлләнеүселәр призлы урындар яуланы. Көмбәҙ, йәғни 30 метрға ир-егеттәр араһында Сибай ҡалаһынан Өмөтбаев Тимур-2-се, Хәбиров Ишморат 3-сө урынды яулаһа, яңы башлап уҡ атыусылар араһында Байегетов Камил-1-се, Екатерина Моратова 3-сө урынға өлгәште. Төрөк путаһында ир-егеттәр араһында 1-се урынды Өмөтбаев Тимур,  яңы башлап уҡ атыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында1-се урынға Моратова Екатерина сыҡты.

Уҡ-һаҙаҡ тотоп ҡулдарына
Уҡ-һаҙаҡ тотоп ҡулдарына

-Ярышты ойоштороусы Миләүшә ханыма, Әбйәлил районы уҡсыларына, "Ирәндек" лагерына, тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсыларға ҙур рәхмәт! Ярыш бик ойошҡанлы үтте,--ти уҡсы Камил Исмәғил улы Байегетов.-Сибай уҡсыларын ярышҡа әҙерләүсе тренерыбыҙ Хөрмәт Зөбәйер улына ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Мин клубта 3 ай тирәһе генә шөғөлләнһәм дә, үҙемде ғүмер буйы шунда йөрөгән кеүек хис итәм. Күнекмәләрҙән тәндәр яҙылып, көс-дәрт алып ҡайтабыҙ. Башҡорттоң бит уҡ-һаҙағы, тоғро дуҫты-аты гел янында булған. Өлкәнәйә килә минең дә ошо шөғөлгә ҡан тартты.

Уның һүҙҙәренә Ишбулат Хәбилов та ҡушылды:

-Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп,хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ғаиләм менән тыуған яҡтарға ҡайттыҡ. Буш ваҡытымды әрәм итмәҫ өсөн “Ирәндек уҡсылары” клубына йөрөй башланым. Махсус кейем тектерҙем, уҡ-һаҙаҡ, ян эшләттем. Күнекмәләргә ихлас йөрөйөм. Һуңғы арала ғына ике ярышта ҡатнаштыҡ: Шишмә районындағыТурыхан музейы биләмәһендә республика чемпионатында һәм Әбйәлилдә ярышып яҡшы һөҙөмәтләргә өлгәштек. Милли кейемдә ярышыуыбыҙ бик оҡшай. Рух күтәренкелеге һиҙелә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә милли кейемдә бөтөнләй икенсе, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ күркәм төҫ ала.

Сибайҙа уҡсылар гимназия-интернат (етәксеһе Хөрмәт Таһиров) һәм күп тармаҡлы профессиональ колледж подвалдарында (етәксеһе Хөрмәт Баһаутдинов) йыһазландырылған клубта шөғөлләнәләр. Бында ҡаланан ғына Урал аръяғының барлыҡ райондарында йәшәүсе уҡсылар килеп шөғөлләнә. Иң йәш уҡысаларға 7-8 йәш булһа иң олоһо 75 йәштә. Әбйәлил районының Әбдрәш ауылынан Рәмил һәм Рәмилә Юлдыбаевтар күнекмәләрҙе ҡалдырмай йөрөй. Күптәр балаларын, хатта ейән-ейәнсәрҙәрен үҙҙәре алып менән алып килә.

Сираттағы уҡсылар ярышы 17 майҙан Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында үтә.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас