2015 йылда, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә, Баймаҡ-Өфө саңғы ярышы ойошторолғайны. Был сараның маршруты республикабыҙҙың Баймаҡ, Бөрйән, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары аша үтте, ә финишы Өфө ҡалаһының Еңеү Паркы булды. Унда Баймаҡ районынан ете спортсы ҡатнашты.
Бындай сара алыҫ 1975 йылда-Еңеүҙең 30 йыллығында ла үткәрелеүе ҡыуаныслы.
Быйыл Баймаҡ спортсылары 80 йыллыҡ юбилей айҡанлы велоуҙыш ойошторорға ҡарар итте. Унда ете спортсы ҡатнаша. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар араһында ун йыл элек саңғы ярышында ҡатнашҡандар бар. Велоуҙыш 1 май Баймаҡ районының Темәс ауылынан башлана һәм8 майҙа Өфө ҡалаһының Дуҫлыҡ Монументында тамамлана. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә йөҙҙәрсә саҡрым араны үтергә ҡарар иткән спортсыларыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!