-Беренсе тапҡыр ҡалала ярым марафонды 2017 йылда уҙғарҙыҡ. Ул ваҡытта 460 кеше генә йүгергәйне. Йылдан-йыл кешеләрҙең артыуы, сараның географияһы киңәйә барыуы бик отошло,--тине Денис Назаров, ярым марафонда ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәт әйтеп. Уның һүҙҙәрен Зариф Зәкир улы ҡеүәтләне:
-Иң беренсе ярым марафонда ҡатнашысылар хәҙер балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп ярышҡа сыҡҡан. Мин дә улым Урал менән килдем. Йүгерә башлағанында улыма 5 кенә йәш ине, әле уға 18 йәш. Икәүләп 10 саҡрым арауыҡты йүгереп үттек. Киләсәктә 21,1 саҡрымға ынтылырға иҫәп тотабыҙ,--тине Зариф Байғусҡаров.-Сибайҙар ярышҡа ныҡлы әҙерләнгән: ҡала урамдары таҙа, бөхтә, юл буйында кешеләр йүгеректәрҙе дәртләндә, хуплай, теләктәшлек күрһәтә.
Сибай ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Сергей Озерцов та ярым марафондың тәрбиәүи йәһәттән иҫ киткес әһәмиәтле булыуын белдерҙе.
-Сибай ҡалаһы быйыл үҙенең 70 йыллыҡ ююилейын билдәләй. Аструм ярым марафоны йыл дауамында уҙғарыласаҡ спорт ярыштарына старт бирҙе. Быуындар күсәгилешлеге булдырылған сара үҙенә күрә бер ғаилә байрамына әүерелде. Йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырырға тейешбеҙ,-тине Сергей Вениаминович.
Аструм ярым марафонында ир-егеттәр араһында Стәрлетамаҡтан Алексей Петраков 21, 1 саҡрым арауыҡты 1 сәғәт тә 6 минут 36 секундта үтеп еңеү яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Белорет ҡалаһынан Алһыу Ғабдуллина 1 сәғәт тә 20 минут 37 секундта финишҡа инеп, юғары һөҙөмтә күрһәтте. Заманса электрон хронометраж системаһы ярҙамында һәр йүгерек үҙ һөҙөмтәһен финишҡа инеү менән күрә алды.
Үҙәк майҙанда ҡалалаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Рәсәй һәм Башҡортостандың эстрада йондоҙҙары Ольга Задонская, Яна Ғәббәсова, Ләйсән Минғазова һәм Зәйнетдин сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Гөлдәр Ҡадаева.