Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2025, 16:15

Беҙ Урал батыр тоҡомо!

22 февралдә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының 95 йыллығына арналған "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары" байрамы үтте.

Беҙ Урал батыр тоҡомо!
Беҙ Урал батыр тоҡомо!

Унда Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Ғафури, Күгәрсен райондарынан, Сибайҙан, Баймаҡтан, Өфөнән ҡатнашыусылар булды. Ҡышҡы байрам ат парады менән асылып, унан һыбай һәм санала ярыштар үтә. 

"Урал батыр" кубогына уҡтан атыу буйынса турнир байрамдың төп майҙансыҡтарының береһе булды. Унда алтмыштан ашыу кеше ҡатнаша. Уҡсылар йәнә юғары оҫталыҡ һәм рух ныҡлығы кимәлен күрһәтә. Ҡышҡы ҡаты климат шарттарында, ел һәм һыуыҡтар һәр ҡатнашыусының ныҡлығын тикшергәндә, спортсылар лайыҡлы сығыш яһай. Ярыштар йомғаҡтары буйынса призлы урындар түбәндәгесә бүленде:

Ир-егеттәр араһында:

1 урын-Мырҙағәлин Илфат (Баймаҡ районы);

2 урын-Өмөтбаев Тимур (Баймаҡ районы);

 3 урын-Ишкилдин Азат (Бөрйән районы).

55 йәштән оло ир-егеттәр араһында:

1 урын-Низаметдинов Рәис (Өфө ҡалаһы);

2 урын-Юлбирҙин Сынбулат (Бөрйән районы);

3 урын-Вәлиев Исрафил (Бөрйән районы).

 

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1 урын - Ишкилдина Наилә (Бөрйән районы);

2 урын - Вәлиева Динә (Учалы районы);

3 урын-Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы).

55 йәштән оло ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1 урын-Хәлилова Миләүшә (Әбйәлил районы);

2 урын-Исламова Нилә (Учалы районы);

 3 урын-Лилиә Низаметдинова (Өфө ҡалаһы).

Азат Ишкилдин абсолют чемпион, кубок һәм йылҡыны икенсе йыл рәттән яуланы. Уны еңеү менән ҡотлайбыҙ!

 

Баймаҡ районы командаһы Ылаҡ ярышында икенсе урын ала. Беренсе урын—әбйәлилдәрҙә.

Автор:
Читайте нас