70-74 йәшлектәр араһында Айрат Низам улы 10 саҡрым арауыҡты 55 минут та 58 секунд эсендә үтеп, 3-сө урын яуланы. Дамир Фәйзрахман улы марафондың иң ауыр дистанцияһы—42, 2 саҡрым арауыҡты 3 сәғәт 15 минут 44 секунд эсендә йүгереп уҙҙы. Ул 55-59 йәштәгеләр категорияһында шулай уҡ 3-сө урынға өлгәште. Шулай итеп, “йүгерек батырҙарыбыҙҙың” икеһе лә бронза миҙалға лайыҡ булды.
-Башҡортостанда спорт менән даими шөғөлләнеүселәрҙең һаны артыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Бөгөн был күрһәткес--2 миллиондан ашыу кеше, йәғни Башҡортостан халҡының яртыһы. Бына ошондай һөҙөмтәләр хаҡына беҙ физкультура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырабыҙ һәм уларҙы мөмкин тиклем уңайлы, ҡулай итәбеҙ. Ҙур һәм уникаль спорт объекттары төҙөйбөҙ һәм асабыҙ. Мөһим һәм ихтыяжлы проекттарға ярҙам итәбеҙ. Улар араһында--Өфө халыҡ-ара марафоны. Бындай ҡараш үҙен аҡлай. Бөгөн тотош Башҡортостан халҡының ғаиләләре менән дистанцияға сығыуын күреп, быға тағы бер тапҡыр инандым,--тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров.
Гөлдәр Ҡадаева.