Башҡортостанда бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәүсе балаларҙы чемпиондар итеп үҫтерерҙәй йәш тренерҙарға 1 миллион һум күләмендә түләү ҡаралған. Был юҫыҡта Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән “Ауыл тренеры” тигән программа эшләп килә. Беҙҙең республикабыҙҙа башланғыс алған проект Рәсәйҙә хуплау табып, бөгөн 25 төбәктә эшләй. Түләүҙәрҙе алыу өсөн белгес урында 5 йыл эшләргә бурыслы.
Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр һәм спорт эштәре буйынса бүлеге начальнигы Вадим Ғәбитов белдереүенсә, “Ауыл тренеры” төбәк программаһының һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Бығаса “урамда йөрөүсе” ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙ һөнәрен яҡшы белгән йәш тренерҙар ҡулына эләгеп, спортта ҡаҙаныштар яулай.
--Баймаҡ районында 2020 йылдан бөгөнгәсә 8 тренер “Ауыл тренеры” программаһы буйынса аҡсалата дәртләндереү алды. 4 тренер—600 мең һум, ә 4 тренер—бер миллион һум. Улар ҡәнәғәт, был йәш белгестәр өсөн оло ярҙам,--ти Вадим Мөхәмәт улы.—Кемдер үҙенә ер бүлеме алһа, кемдер автомобиль, ҡайһы берәүҙәре аҡсаһын фатир алыуға өлөш итеп индерҙе. Финанс ярҙам һәр саҡ кәрәк. Шуға ла әлеге программа бик әһәмиәтле. Шундай ярҙам алыу өсөн беҙ Баймаҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында бокс, көрәш, футбол, еңел атлетика, грек-рим көрәше буйынса бүлектәр булдырҙыҡ. Йыл һайын беҙҙең команда “Спорт—йәшәү нормаһы” программаһы буйынса аҡсалата дәртләндереү алып, уны инвентарҙар алыуға тотона. Был да тренерҙар өсөн дә, балаларға ла мөһим.
Әйткәндәй, Баймаҡ бокссылары, көрәшселәре республика йыйылма командаһы составында Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа уңыштарға өлгәшә, призерҙар була. Был район өсөн юғары күрһәткес.
--Йыл һайын беҙҙә спорт залдары яңыртыла, ремонтлана, яңы объекттар сафҡа инә. Әлеге мәлдә Боҙ аренаһы төҙөлә, шулай уҡ Темәстә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы булдырыу планлаштырыла. Бөгөн был объекттар кәрәкле, йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуҙа әһәмиәтле. “Ауыл тренеры” программаһы иһә ошондай ваҡытта ауылдарға йәш белгестәрҙе йәлеп итергә ярҙам итә. Улар хеҙмәт юлы башында үҙҙәренә һиҙелерлек аҡсалата ярҙам ала.
Мәҫәлән, Венер Нәбиев—“Ауыл тренеры” программаһы буйынса 600 мең һум ярҙам алыусы тренер. Рәсәй спорт мастеры кандидаты булған егет—республикала иң шәп тренерҙарҙың береһе. Ул ике юғары белемгә эйә: Урал дәүләт физик культура университетын һәм БДУ-ның дәүләт идаралығы һәм тарих институтын тамамлаған. Ул 2021 йылда Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә тренер булып урынлаша, 2022 йылда “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашыуға ғариза бирә.
Венер Нәбиев әйтеүенсә, тренерлыҡ эше - еңел булмаған йүнәлеш. Улар балаларҙан күнекмәләр эшләтеп, спортҡа ылыҡтырып ҡына ҡалмай, ә йәш быуынды патриотик йәһәттән тәрбиәләй. Венер үҙе ике төркөмдә көрәш буйынса дәрестәр алып бара, уларҙа 16-шар бала шөғөлләнә. Уның тәрбиәләнеүселәре ярыштарҙа уңышҡа өлгәшә. Мәҫәлән, Альберт Яуғастин һәм Фәнзил Байрамғолов икенсе йыл рәттән Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулай. Бындай уңыштар, әлбиттә, балаларҙы ла, тренерҙы ла ҡанатландыра һәм яңы еңеүҙәргә әйҙәй.
* * *
--“Ауыл тренеры” программаһының әһәмиәте ҙур. Беренсенән, йәш белгестәр ауыл ерлегенә ҡайта. Икенсенән, заман шауҡымына бирелгән, аҙ хәрәкәтләнгән йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырҙай спорт түңәрәктәре эшләй. Бөгөн балаларҙың һаулығы шәптән түгел, сөнки хәрәкәт аҙ. Шуға ла мин был программаны хуплайым. Ошондай проекттарҙы ғәмәлгә ашырған республика Башлығы эшен ыңғай баһаларға була,--ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов.