21 апрелдә етенсе тапҡыр “Аструм Сибай ярым марафоны” үтәсәк. Был сара Урал аръяғында спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәрҙе йыя.
Ярым марафонда үҙең теләгән дистанцияны һайларға була. Ул түбәндәгесә:
2 км (2-шәр километрҙан 1 әйләнә)—һәр теләүсе өсөн;
10 км (5-шәр километрҙан 2 әйләнә)—14 йәштән өлкәндәр өсөн;
5 км (1 әйләнә)—12 йәштән өлкәндәр өсөн;
21,1 км (5-шәр километрҙан 4 әйләнә)—16 йәштән өлкәндәр өсөн.
Төп марафон алдынан 2-9 йәшлек балалар өсөн Еңеү паркында 100-400 метрға старт бирелә.
Бөтә ҡатнашыусылар страт пакеттары ала, финишҡа килеп етеүсе йүгеректәрҙе иҫтәлекле миҙалдар көтә. Ә иң етеҙҙәргә партнерҙарҙан шәп бүләктәр бирелә. Ярым марафон үткән трассала туҡланыу нөктәләре эшләйәсәк, унда һыу һәм емеш-еләк буласаҡ. Профессиональ фотографтар иң матур, иң ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫтәлек итеп һаҡларҙай фотолар әҙерләйәсәк.
Яңы спорт рекордына ҡанатландырыуға, һеҙҙе хуплауға Сибайға пейсмейкерҙар килә һәм улар айырым арауыҡта һеҙҙең менән йүгереп, еңеүгә дәртләндерәсәк. Электрон хронометраж ярҙамында һәр ҡатнашыусы үҙ һөҙөмтәһен беләсәк.
Шулай уҡ “Аструм Сибай ярым марафоны”на килеүселәрҙе сағыу концерт көтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: дистанцияларға йүгерергә сығыу өсөн (балалар старты иҫәпкә алынмай) табиптан справка кәрәк буласаҡ.
Ярым марафонда ҡатнашыу өсөн теркәлегеҙ: https://russiarunning.com/event/sibai2024
Фото архивтан.