АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Март , 15:20

Сәкән һуҡты ир-егеттәр

3 март көнө Баймаҡ районының Тубә ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған хоккей буйынса матч үтте. Унда Иҫке Сибай ауылының "Атайсал" командаһы "Ҡараташ" менән осрашты.

Сәкән һуҡты ир-егеттәр
Сәкән һуҡты ир-егеттәр


Түбәләр бик йылы ҡаршы алдылар. Валерий Аксеновтың егеттәре ялтлап торған боҙ майҙаны әҙерләп ҡуйғандар. Сәләмләү һүҙҙәре менән ауыл хакимиәте башлығы Әлфирә Самат ҡыҙы,спорт буйынса район башлығы урынбаҫары Вадим Мөхәммәт улы сығыш яһаны."Рябинушка"ларҙан матур йыр ҙа булды.
Түбәләр менән беҙҙең осрашыуҙар һәр саҡ ҡыҙыҡлы була. Был юлы ла ныҡышмалы һәм мауыҡтырғыс уйын бер тында үтеп китте.
Иң яҡшы һөжүмсе исеменә Айҙар Үтәбаев("Ҡараташ") лайыҡ булды, иң яҡшы һаҡсы-Абдулхаликов Мирза("Атайсал"), иң яҡшы ҡапҡасы - Бикҡолов Арслан("Атайсал").
Йола буйынса, уйындан һуң бер өҫтәл артына ултырып тәмле сәйҙәр эсеп таралыштыҡ. Түбәләргә рәхмәт!
Шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәрен беҙҙең командаға автобус менән ярҙам иткән Сәлих Мөхитдин улына һәм беҙҙе алып барып ҡайтҡан Бикҡолов Васил ағайға еткерәбеҙ!

Сибай Утарбаев.

Автор:Гульдар Кадаева