Сөнки Парапал тауы Әбештә генә бар.
--Әбеш ауылының Парапал тауы итәге күңелле тауыштарҙан гөрләп торҙо. Ауылда «Айыҡ ауыл 2023” республика конкурсы сиктәрендә ауылда район йәштәр фестивәле үтте. Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған сарала райондың төрлө мөйөштәренән бөтәһе алты команда ҡатнашты. Ойоштороусылар – район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлеге һәм Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте йәштәр өсөн төрлө ҡыҙыҡлы эстафеталар әҙерләне. Бобслей, тачка, пирамида тип аталған һынауҙар ҡатнашыусыларҙы тиҙлектә, етеҙлектә һынаһа, һунар саңғыһында уҡтан атыу биатлонында уларҙан тапҡырлыҡ талап итте. Һуңғы һынауҙа капитандар көс һынашып, улар алдында иң беренсе булып Парапал тауы битенә менеп етеү бурысы йөкмәтелде. Асыҡ һауала үткән ярыштарҙа йәштәр кинәнеп ҡатнашты. Әбеш, Ғәлиәхмәт, Федоровка, Аҡъяр ауылынан килгән командалар афарин булһа, район үҙәгенән команда төҙөп алып килгән Денис һәм Юлиә Юлдашбаевтарҙың йәш ғаиләһе, студенттары уҡыуға китте тип аптырап ҡалмаған, “бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” тип елтерәтеп ҡатнашырға килеп еткән Вәзәм ауылының апай-ағайҙары айырым маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Дәрт, сәм һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелде бөгөнгө осрашыу. Мәрейҙәр һаны буйынса Федоровканың дәртле йәштәре өсөнсө, Вәзәмдәр икенсе, Ғәлиәхмәттәр беренсе урынға лайыҡ тип билдәләнде,--тип яҙа әбештәр социаль селтәрҙә.