Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ғинуар , 20:15

ИҪКЕ СИБАЙҘАР САҢҒЫҒА БАҪТЫ

Иҫке Сибай мәктәбенең атайҙар ҡоро башланғысы менән төрлө йәштәге 80-дән ашыу кеше саңғыға баҫты һәм Ғаилә йылын асыу хөрмәтенә 4 саҡрым араға сәйәхәт ҡылды.

ИҪКЕ СИБАЙҘАР САҢҒЫҒА БАҪТЫ
ИҪКЕ СИБАЙҘАР САҢҒЫҒА БАҪТЫ

Иҫке Сибай мәктәбенең атайҙар ҡоро башланғысы менән төрлө йәштәге 80-дән ашыу кеше саңғыға баҫты һәм Ғаилә йылын асыу хөрмәтенә 4 саҡрым араға сәйәхәт ҡылды. Күҙҙәрҙе сағылдырған ап-аҡ ҡар, елһеҙ аяҙ көн, саф һауа ҡатнашыусыларға күңел күтәренкелеге, үҙенсәлекле ял минуттары бүләк итте. Ә финишта саңғысыларҙы ҡайнар сәй һәм тамаша ҡылыусыларҙың шат сәләмләү тауыштары көтә ине...
Атайҙар ҡоро ағзалары ошондай матур байрам ойоштороусыларҙың, ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәт белдерә! Автобустар һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин иткән мәктәп етәкселегенә, юлдарҙы һәм халыҡ йыйылған урынды көрттән таҙартҡан Раян Мәхмүтовҡа һәм саңғы эҙҙәре һалған Айнур Ишбаевҡа ла рәхмәтле булды ойоштороусылар!
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, һәр саҡ шулай әүҙем булыуҙарын теләйбеҙ!

 

МОТАЛ РӘМОВ.

Автор:Резеда Валиева