Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Ғинуар , 10:20

Диндарҙар спорт яҡлы

6 ғинуар көнө Баймаҡ ҡалаһында диндар егеттәр араһында волейбол ярышы үтте. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Йылайыр һәм Сибай ҡалаһы командалары ҡатнашты.

Диндарҙар спорт яҡлы
Диндарҙар спорт яҡлы

Ярыш Ахунлыҡ Кубогына үткәреде. Күсмә кубокты яулау өсөн егеттәр сәмләнеп уйнаны.
Был сараны үткәреүҙең төп маҡсаты -Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн Урал аръяғы райондарының мосолмандарын таныштырыу, аралаштырыу, дуҫлаштырыу. Йәнә
һаулыҡты, физик һәм рухи көстө, иманды нығытыу.
Ярыш һуңында йөкмәткеле вәғәздәр тыңланылар, бергәләп йәмәғәт намаҙҙарын уҡынылар һәм тәмле аш-һыу менән һыйландылар.
Ярышта еңеүселәргә һәм шулай уҡ ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Әйткәндәй, Баймаҡ командаһы составындағы егеттәр намаҙ уҡыусылар һәм яңы намаҙға баҫыусыларҙан ғына ине. Дин ҡәрҙәштәребеҙ был ярышта үҙҙәрен бик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Беҙҙең Сосновка ауылынан команданы ауылдың старостаһы, иман-хатип Илдар Хәләф улы Ғөбәйҙуллин ойошторҙо. Улар лайыҡлы рәүештә 1-се урынға лайыҡ булды.
Киләсәктәлә ошондай файҙалы сараларҙы йышыраҡ ойошторорға насип булһын.
Фәриҙә Исмәғилева.
Баймаҡ районы Сосновка ауылы.

Автор:Резеда Валиева