Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь 2023, 15:00

Ишбирҙеләр һөйөнөс кисерҙе

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге асылды.

Ишбирҙеләр һөйөнөс кисерҙе
Ишбирҙеләр һөйөнөс кисерҙе

Был хаҡта Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙә хәбәр итә:

--Ауылдың оҫта ҡуллы ир-егеттәре - Азамат Кәримов, Иҙел һәм Айгиз Иҫәндәүләтовтар, Ғәзиз Иҙелбаев, Фирғәт Тулыбаев, ай ярым эсендә иҫке, емерелеп барған бинаны ремонтлап, матур итеп эшләп ултыртҡандар.

Балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә спорт, фитнес менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Бильярд, өҫтәл теннисы ултыртылған. Шулай уҡ төрлө тренажер ҡоролмалары бар. Барлыҡ сығымды шәхси эшҡыуар Радик Иҙелбаев үҙ өҫтөнә алған. Һауыҡтырыу-спорт үҙәгенең асҡысы Иҙел Иҫәндәүләтовҡа тапшырылды.

Ишбирҙе ауылы халҡының ҡыуанысы менән уртаҡлашам. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡҡа ҡарамай, шундай көсөргәнешле ваҡытта халыҡтың күңелен күтәреү, дәртләндереү, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ҡалҡып сыҡҡан һауыҡтырыу-спорт үҙәге оҙаҡ хеҙмәт итһен.

Автор:Резеда Валиева