Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Ноябрь 2023, 11:45

Яугир иҫтәлегенә турнир

Хәйбулла районында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Наил Ғәббәсов иҫтәлегенә бокс буйынса беренсе турнир үтте.

Яугир иҫтәлегенә турнир
Яугир иҫтәлегенә турнир

Спорт сараһы Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбендә ойошторолдо. Унда Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарынан 70-тән ашыу үҫмер ҡатнашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, турнир илһөйәрлек тәрбиәләү, батырҙарыбыҙға, хәрби хеҙмәткә ихтирам уятыу маҡсатында уҙғарылған.

Лейтенант Наил Ғәббәсов үҙенең хәрби бурысын намыҫ менн үтәгән һәм йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Ул 2000 йылдың 17 майында Ырымбур өлкәһендә донъяға килгән. Энергетик ҡасабаһында, унан Хәйбулла районы Садовый ауылында, артабан Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә белем алған. 7-се кластан һуң Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт кадет корпусына уҡырға инә. Ул уҡыуға ынтылышы, яуаплылығы, әүҙемлеге, спортты һөйөүе менән айырылып тора. Унан Новосибирск юғары хәрби училищеһын тамамлай һәм лейтенант званиеһы ала. Хәрби хеҙмәтте Ростов өлкәһендә мотоуҡсылар взводында командир вазифаһында үтә. 2023 йылдың 28 ғинуарында Донецк Халыҡ Республикаһында хәрби бурысын үтәгән сағында һәләк була. Ул аҙаҡҡаса үҙенең хәрби антына тоғро ҡала.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, лейтенант Ғәббәсов Наил Ринат улы, үлгәндән һуң, хәрби ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Хәйбулла районында Ғәббәсов иҫтәлегенә бокс буйынса туринир йыл һайын үткәреләсәк.

 

Әйткәндәй, турнир мәлендә йәш боксерҙарға "Башзолото" йәмғиәте спорт инветарҙары бүләк итте.

Автор:Резеда Валиева