АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
24 Июля 2023, 09:40

РЕСПУБЛИКА ФЕСТИВАЛЕ

«Башҡорт аты» — Баймаҡ ҡына түгел, республика кимәлендәге фестиваль, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров

РЕСПУБЛИКА ФЕСТИВАЛЕРЕСПУБЛИКА ФЕСТИВАЛЕ
РЕСПУБЛИКА ФЕСТИВАЛЕ

«Башҡорт аты» — Баймаҡ ҡына түгел, республика кимәлендәге фестиваль, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һәм уны ойоштороу эшенә булышлыҡ итергә ҡушты, тип хәбәр итә «Башинформ».

— Был — башҡорт тоҡомло аттарға бәйле сара. Ул йылдан-йыл әһәмиәтлерәк ваҡиғаға әүерелергә тейеш. Һуңғараҡ ул төбәк-ара фестиваль булыр. Ҡалмыҡтар, ҡарасай-черкестар, татарҙар беҙҙең менән ошо йүнәлештә аралашырға теләй. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Урал аръяғы райондары муниципалитеттары башлыҡтарына ла мөрәжәғәт итәм, һеҙҙең егеттәр килһен, ярҙам итһен. Был Баймаҡ ҡына түгел, ә республика фестивале, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

— Эш уңышлы дауам итә, ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, әҙерлекте тәьмин итербеҙ, — тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-24/glava-bashkirii-radiy-habirov-poruchil-podderzhat-festival-bashkirskaya-loshad-3352939

 

Автор:Ләйлә Аралбаева

Автор:
Читайте нас