

Әбйәлил районында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса мәргәнлек ярышы үтте. Уны Урал аръяғының йәмәғәт инициативалары союзы һәм фермер Рәмил Юлдыбаев ойошторҙо.
Турнирҙа 70 кеше--Әбйәлил, Белорет, Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Салауат, Көйөргәҙе райондарынан, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан мәргәндәр ҡатнашты.
--Төп маҡсат—сәләмәт тормош рәүешен яҡлау, милли спорт төрөн популярлаштырыу, оҫталыҡты арттырыу, мәргәндәрҙе асыҡлау һәм йәштәрҙе милли спорт төрөнә йәлеп итеү, - ти Урал аръяғының йәмәғәт инициативалары берекмәһе рәйесе Радик Бакиров.
Рәмил Юлдыбаев улдары Динарға, Дамирға ҡарап яндан уҡ атыу менән ҡыҙыҡһына башлаған. Улар икеһе лә Сибай гимназия-интернатында уҡыған, яндан уҡ атыу түңәрәгенә йөрөгән.
--Улдарымды ярыштарға алып йөрөнөм дә үҙем дә спорттың был төрө менән ҡыҙыҡһынып киттем. Милли кейемдә ярышыу бигерәк оҡшай. Балаларым был “сирҙе” миңә йоҡторҙо. Хатта әсәйем, ҡатыным мауығып китте. 2022-2023 йылдарҙа Силәбелә, Дағстанда турнирҙарҙа булдыҡ. Башҡортостанда бер ярышты ла ҡалдырманыҡ. Урал аръяғының йәмәғәт инициативалары союзы ярыш ойошторорға тәҡдим иткәс, уйлап та тормай ризалаштыҡ,--ти фермер
Рәмил Юлдыбаев үҙе төп бағыусы булған. Еңеүселәргә ҡолондар, һарыҡ һәм башҡа ҡиммәтле приздар тапшырылған.
Сарала ҡатнашыусылар араһында Ҡырғыҙстанда, Монголияла үткән ярыштарҙа иң мәргән булып танылған Хөрмәт Таһиров та булған. Нәҡ ул Сибай гимназия-интернатында яндан уҡ атыу буйынса түңәрәк үткәрә.
--Яндан уҡ атыу—тарихҡа ихтирамлы булыу ғына түгел, хәҙер ул олимпия уйындары исемлегенә ингән заманса спорт төрө лә. Уның менән теләгән һәр кем шөғөлләнә ала,--ти Хөрмәт Таһиров.—Һәр спорт төрө кеүек ул һаулыҡҡа файҙалы, арҡаны тура тоторға мөмкинлек бирә.
72 ҡатнашыусы ете төркөмгә бүленгән. Ярыш ир-егеттәр өсөн 70 метр арауыҡта, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 60 метр арауыҡта үткәрелгән. Барыһы ла 30, 35 метрлыҡ арауыҡта ла атып ҡараған.
--Ярышты халыҡ-ара стандарттарға ярашлы үткәрҙек. Сөнки беҙгә 2024 йылда Ҡаҙағстанда үтәсәк бишенсе Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындарына иң яҡшыларҙы һайлап алырға кәрәк,--ти һыбай яндан атыу һәм традицион яндан уҡ атыу буйынса ойошма рәйесе Юлай Ғәлиуллин.