Спорт
23 Июнь 2023, 07:09

Балалар тай боксын үҙ итә

14 июндә координацион комитет 2023 йылға президент фонды грантының икенсе конкурсына йомғаҡ яһаны. Еңеүселәр исемлегендә Сибайҙан 4 проект бар. Шуларҙың береһе – “Батыр” йәштәр спорт-ял үҙәге автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһы булыуы ҡыуаныслы.

Тай боксы көнсығыш һуғыш төрөнөң иң популяр төрө. Билдәле булыуынса, спортта ярыш иң төп күрһәткес булып тора. Ярыштарға ҡарап тренировкаларҙың маҡсаты һәм бурыстары асыҡлана. Киләсәккә пландарҙы уңышлы өлгәшеү өсөн Сибайҙа “Башҡортостан Республикаһы турниры – чемпиондар рингы” проекты тормошҡа ашырыла.

Проекттың төп маҡсаты «Ҡара аждаһа » спорт клубында Сибайҙа йәшәүсе студенттар һәм эшсе йәштәр, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар, үҫмерҙәрҙең ялын файҙалы ойоштороу. Тай боксы тап шундай спорт төрө һәм уны бөтәһе лә үҙ итә.

 “Башҡортостан Республикаһы турниры – чемпиондар рингы” проекты төбәктәр араһында бәйләнеште нығыта, тәжрибә уртаҡлашырға яраҙма итә. Шулай уҡ был проект республика һәм федераль кимәлдәге ярыштарға көслө, таһыллы спортсылар һайлап алыу мөмкинлеге бирә.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас