+2 °С
Болотло
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНАН ХӘБӘР ИТӘЛӘР:
Ауылдарҙа балаларҙың ҡышҡы уйындары дәртле башланып тора. Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ял көндәрендә барлыҡ балалар коньки, сәкәндәр тотоп боҙ майҙансығына ашыға. Хатта кисен дә улар ҡайтырға ашыҡмай, яҡтыртылған майҙансыҡта рәхәтләнеп йөрөй бирә.
Әйткәндәй, өр яңы боҙ майҙансығы "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсындағы еңеүҙең емеше.
Бөгөн ике ауыл йәштәре осрашып, Вәзәм һәм Әбеш командалары үҙ- ара көс һынашҡан. Алда улар йылдағыса төрлө турнирҙар ойоштормаҡсы.
Сәләмәт тәндә сәләмәт рух, афарин йәштәр!