Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ноябрь 2022, 17:20

ТУРНИР ҮТТЕ

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында педагог, ҡурайсы, спортсы Салихов Зәйнулла Хәсән улы иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте.

ТУРНИР ҮТТЕ
ТУРНИР ҮТТЕ

Таулыҡай ауылында педагог, ҡурайсы,спортсы Зәйнулла Салиховтың яҡты иҫтәлегенә арналған район волейбол турниры үтте. Унда барлығы 8 команда үҙ -ара көс һынашты.Ярышта Сыңғыҙ,Әхмәр,Таулыҡай,Ҡуянтау,Ниғәмәт,Иҫке Сибай ауылдары һәм Баймаҡ ҡалаһынан 6 -7 класс егеттәре ҡатнашты.
Зәйнулла Хәсән улы 1962 йылда Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында тыуған. Бала саҡтан спорт һәм сәнғәткә ғашиҡ булып үҫә. 8 класҡа тиклем тыуған ауыл мәктәбендә белем алып, 1977 йылда Сибай педагогия училищеһына хеҙмәт һәм черчение бүлегенә уҡырға инә. 1980 йылда әрме сафына алына. Зәйнулла Сәлихов хеҙмәт юлын Өфө районының Турбаслы мәктәбендә башлай.Ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетында белемен камиллаштыра. Ошо йылдарҙа бейеү ансамбленә йөрөй,түңәрәк етәксеһе танытмаһы ала.1986 йылда Беренсе Этҡол ауылы һылыуы Зифа Сөләймән ҡыҙына өйләнә. Йәштәр тыуған яҡтарға ҡайтып төпләнәләр, һәм Таулыҡай ауыл мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итәләр. З. Салихов уҡыусыларҙы тарих, физкультура фәненән уҡыта. Бынан тыш ҡурай, бейеү түңәрәктәре алып бара. Уның уҡыусылары спорт ярыштарында,ҡурай бәйгеләрендә призлы урындар яулай.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, ул, шулай уҡ, ҡул эштәренә оҫта була. Урамында урынлашҡан оҫтаханала ағастан һырлап әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Ярҙам һорап килеүселәрҙең үтенесен кире ҡаҡмай, һәр саҡ ярҙам итә.
Үкенескә күрә, маҡсатлы, типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттең ғүмере иртә өҙөлә. 2012 йылдың 22 июнендә Зәйнулла Салихов һөйөклө ҡатыны һәм бәләкәй ҡыҙҙары менән Өфө–Баймаҡ трассаһының Ҡырмыҫҡалы районында булған юл-транспорт ваҡиғаһында фажиғәле вафат була. 3 баланы үкһеҙ етем ҡалдырып,туғандарын бөтмәҫ ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә беҙҙең аранан китә улар. Тормош аяуһыҙ шул. Дәрт-дарманы ташып, изгелек бөркөп торған кешеләрҙе иртә юғалтабыҙ. Әммә уларҙың башҡарған эштәре, үҙҙәренән һуң ҡалған яҡшыҡтары ауылдаштары, туғандарының мәңге хәтерендә. Таулыҡай ауылының Төпөш тигән урынында Зәйнулла Сәлихов бер ағып ятҡан шишмәне кәртәләп ала, әлеге мәлдә уның исемен мәңгелләштереп ауылдаштары был ергә “Зәйнулла шишмәһе”тигән исем бирә. Был урынға килеп ял итеүселәр шишмә сылтырауын Зәйнулла Хәсән улының уйнаған ҡурай моңона тиңләйҙер.
Үҙ эшенең оҫтаһы булған, спорт һөйгән педагог иҫтәлегенә спортсының тыуған ауылында, үҙе белем биргән мәктәптә бер нисә йыл рәттән волейбол турниры ойошторола. Быйыл да мәрхүмдең балалары, туғандары ярышты үткәреүгә ҙур көс һалды. Сәмле ярыштан һуң, беренсе урынға Таулыҡай волейболсылары сыҡты. Улар күсмә кубокка лайыҡ булды. Шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.

 

Альбина Байегетова.

Автор:Резеда Валиева