АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Август 2022, 19:20

"Геройҙар уҙышы"нда - Башҡортостан етәкселәре

Бөгөн Шишмә районының «Патриот» паркында «Геройҙар уҙышы» үтә, унда Башҡортостан Башлығы хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы, республика хөкүмәте, министрлыҡ һәм ведомстволар, ҡала һәм район хакимиәттәре командалары, бөтәһе 107 команда ҡатнаша. Улар бөтәһе лә 17 ҡаршылыҡ менән 2 саҡрым оҙонлоҡтағы уникаль трассаны үтә. Командаларҙа - алтышар кеше. Командалар араһында старттар арауығы өс минут тәшкил итә. Етәкселәр һыу кәртәләрен, бейек стеналарҙы, ауыш ҡоймаларҙы, сәнскеле сым, ер аҫты тоннелдәрен, арҡандарҙы, һыу тултырылған соҡорҙарҙы үтте. Тәүгеләрҙән булып Хәйбулла районы хакимиәте командаһы старт алды. «Геройҙар уҙышы»н шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Хакимиәте командаһы үтте, уның капитаны Максим Забелин ине. Трасса буйлап республика хөкүмәте командаһын вице-премьер Ирек Сәғитов алып барҙы. Был сарала Сибай командаһы ла әүҙем ҡатнашты.

"Геройҙар уҙышы"нда - Башҡортостан етәкселәре
"Геройҙар уҙышы"нда - Башҡортостан етәкселәре

-Драйв и невероятный заряд бодрости получили сегодня с коллегами на "Гонке героев" в парке "Патриот". Здесь в рамках Дня физкультурника прошли соревнования с участием государственных и муниципальных служащих республики. Всего 109 команд! Гонка с препятствиями включала в себя: "рукоходы" и переправы, подземные тоннели и высокие стены, рвы с водой и поля с колючей проволокой... Трасса интересная, но здесь важен командный дух. А команда у нас собралась классная! Это не крики одобрения со стороны, а личное участие и поддержка на реальной полосе препятствий.

Спасибо коллегам за участие, организаторам - за полученные эмоции! Было круто!

 ️В рамках Дня баскетбола здесь также прошел региональный этап по уличному баскетболу "Оранжевый мяч". Наши спортсменки завоевали бронзу этих соревнований! Молодцы!- написал на своей странице глава администрации города Сибай Азамат Юлдашбаев.

"Геройҙар уҙышы"нда - Башҡортостан етәкселәре
"Геройҙар уҙышы"нда - Башҡортостан етәкселәре
Автор:Гульдар Кадаева