Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Июль 2022, 14:50

ТУРИСТИК СЛЕТ ҮТТЕ

Баймаҡ районы Йылым ауылының йәмле туғайында йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, физик яҡтан үҫтереү маҡсатында төбәк-ара туристик слёт ярыштары үткәрелде.

ТУРИСТИК СЛЕТ ҮТТЕ
ТУРИСТИК СЛЕТ ҮТТЕ

9 июль көнө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Республика башлығы кәңәшсеһе яҡташыбыҙ Рәсих Әғзәм улы Хәмитов һәм Ҡоролтайҙың баш белгесе Рәшит Рифҡәт улы Шәйҙуллин Йылым ауылында эш сәфәре менән булдылар. Уларҙы район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитететы рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтов, Ишбирҙе ауыл хакимиәте башлығы Гөлшат Рәмзә ҡыҙы Иҫәндәүләтова оҙатып йөрөнө. Абруйлы ҡунаҡтар тәүҙә мәсеттә булдылар, мосолман ҡәрҙәштәрҙе Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотланылар. Артабан мәҙәниәт йорто, мәктәптә булып ауыл хәле, эшләнгән эштәр, киләсәккә маҡсаттар менән таныштылар. Урман зонаһында урынлашҡан ауылдар проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләшелде. Ошо уҡ көндә Йылым ауылының йәмле туғайында йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, физик яҡтан үҫтереү маҡсатында төбәк-ара туристик слёт ярыштары үткәрелде. Икенсе тапҡыр үткәрелгән был ярыш ҡатнашыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Унда Юлыҡ, Йылым ауылдарынан өс команда ҡатнашты . Командалар үҙҙәре менән таныштырғандан һуң ҡаршылыҡ һыҙаттарын үтеү, азимут йүнәлештәре буйынса йүгереү, йылғаның ағым тиҙлеген билдәләү, алыҫлыҡты билдәләү , разведчик һуҡмағын үтеү ,суҡмар ташлау, һөңгө ырғытыу буйынса көс һынашты. Дөйөм иҫәп буйынса Юлыҡ ауыл командаһы беренсе урынға сыҡһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы "Беҙ йылымдар" һәм “Йылым” командалары бүлеште. Командаларға маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Күсмә кубок Юлыҡ ауылы командаһына тапшырылды һәм ярыштың шарты буйынса, улар киләһе йыл төбәк-ара турслёт бәйгеһен үҙҙәрендә үткәрәсәк. Тәбиғәт ҡосағында үткән сәмле, ҡыҙыу ярышта абруйлы ҡунаҡтарҙың да ҡатнашыуы, изге теләктәре байрамдың йәмен арттырҙы. Был көндө туғайҙа ауыл халҡы, ялдағы балалар ҙа күңел асты, ярыштарҙы күҙәтте, үҙ-ара аралашты. Матур байрамды үткәреүгә ҙур көс һалған Йылым ауылы егеттәре ҡорона рәхмәт белдерәбеҙ. Иң әүҙем ир уҙамандар ҙа билдәләп үтелде, уларға ауылдың шәп егете Алексей (Айрат) Шагунов әҙерләп ебәргән иҫтәлекле бүләктәр-футболкалар тапшырылды.

 

Тәнзилә Кәйекбирҙина.

Автор:Резеда Валиева